+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Март 2023, 10:00

"Быныһы ла үтер"

Бик күп ерҙәре булған ҡеүәтле батша йәшәгән, ти. Үҙе шул тиклем ҙур аҡылға эйә икән, хатта башҡа зиһен эйәләре уның янында ҡол һымаҡ ҡына күренгән. Тик бер ваҡыт бөйөк хаким үҙен нимәгәлер ныҡ борсоулы тойған. 

"Быныһы ла үтер"
"Быныһы ла үтер"

Шул саҡ бөтә ҡолдарын йыйған да: «Нимәгә тынғыһыҙланыуымдың сәбәбен аңлай алмайым, әммә күңелем миңә ниндәйҙер бер хикмәтле балдаҡ эҙләргә ҡуша. Ул бәхетһеҙ мәлемдә – йыуатырлыҡ, ҡайғылы сағымда бер ҡарау менән күңелемде күтәрерлек булырға тейеш», – тигән.
Шул сағын аҡыл эйәләре бик оҙаҡҡа тәрән уйға ҡалған. Күпмелер ваҡыт үткәс, батшаларының нимә теләгәнен аңлағандар ҙа бер балдаҡ килтергәндәр. Уға шундай һүҙҙәр яҙылған булған: «Быныһы ла үтер».
Тормошта һеҙҙең менән дә күңелле, ҡыйын да саҡтарығыҙ булалыр. Бәхетле мәлдәр кисергәндә донъяғыҙҙы оноторлоҡ итеп шашмағыҙ, ауыр ҡайғы килгәндә ғүмер ҡыйырлыҡ итеп хәсрәтләнмәгеҙ, тигәнгә аҡыллы бер ишара булыр был. Сөнки барыһы ла үтә.
Тормош ул аҡлы-ҡаралы һыҙаттарҙан тора. Бөгөн һинән дә бәхетле кеше булмаһа, иртәгеһе көн нимә килтеререн белеү мөмкин түгел. Шуға һәр эштә лә сабырлыҡ кәрәк. Бөтә ғәмәлдәрҙе лә оло түҙемлек менән үткәреп ебәргәндә генә күңел тыныслыҡ табыр.

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Фото: https://get.wallhere.com/photo/hands

 
Автор:
Читайте нас: