+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
31 Март 2023, 12:00

Бергә-бер

Тауыҡтарға һалырға ем ала­йым, тип келәткә ингән Фәриға әбей лар төбөндә бер устай ғына ҡалған бойҙай бөртөктәрен күреп, саҡ йығылып китмәне.– Бурҙар төшкән, ҡороғоро! Үткән аҙнала ғына алған ике ҡапсыҡ емдән өс бөртөк ҡалған! Ҡәһәр һуҡҡырҙар, яңғыҙ ҡарсыҡ­ты таламаһалар, ауылда байҙар бөткәнме, ҡулдары серегер!? – тип яр һалып, урам яғына йүгерә-атлай сыҡты. 

Бергә-бер
Бергә-бер

Әлбиттә, кемдәр ур­ла­ған, улар был ҡарғыштарҙы ишет­мәне. Сөнки төндә эш баш­ҡарыу­сылар көндөҙ йоҡо һи­мер­тә. Күрше­ләге Фаягөл ҡарсыҡ ишетеүен ишет­һә лә, күрмә­меш­кә һалышты. Сәбәп­һеҙ түгел был ҡылығы. Әлеге лә баяғы ем ин­де... Кемдеке икәнен белә тороп та алды ла ҡуйҙы шул. Алмаһаң, тауыҡтар ас. Ас тауыҡтан ни ит, ни күкәй, тигәндәй. Шулар арҡаһында көн иткәс, ауыҙыңды дүрт яҡтан ябырға тура килә. Тәҙрә ҡорға­нына йәшеренеп кенә әхирәтен кү­ҙәтте лә: “Күпме әйттем, шул келә­тең­де йоҙаҡҡа биклә тип. Тыңлама­ғас, үҙеңә үпкәлә”, – тип шыбырларға ғына эшкинде.
– Бер-ике һиберлек ем алып торайым, үҙемдекен тап­ҡас, индерермен, – тип, Фәриғә әбейҙең һөйлә­нә-һөйләнә инеп килгә­нен абайлап, Фаягөл йәһәт кенә шәленә уранды һәм диванға барып ятты.
– Нишләп йөҙөң ҡас­ҡан? – тип Фәриға әбей аптырап китте.
– Билем ҡуҙғалған шикелле, тын алдырмай.
– Кисә генә йүгереп йө­рөгән кеше! – тип тағы яр­һып китте күршеһе. – Яң­ғыҙым, һинһеҙ нисек табайым мин бурҙарҙы, һе? Сәпсим дә тора ал­майһыңмы?
– Юҡ шул. Ҡайҙан эҙ­ләмәк булдың инде? Ҡуй, яңғыҙың йөрөмә. Участ­ко­войға әйт­мә­неңме?
– Эй-й, унан ней файҙа? Ға­риза яҙҙырған булып, улай-былай-тегеләй маташтырып, ғәйеп­те үҙемә тағып ҡуясаҡ. Улайтып йөрөргә минең ва­ҡыт та юҡ. Ана, тауыҡтар ас, бөгөн бесәнде лә ҡайтарырмын тип, трактыр һөй­ләш­кәйнем. Йә, бирәһеңме ем, тием?
– Бирәм, бирәм, әйҙә, – тип Фаягөл ауырыуын онотоп, һи­кереп килеп торҙо. Ярай әле соланда бер биҙрә ем ултырған, шуны тоттора һалып сығарып ебәрҙе.
Ҡырылмаһа ҡырҡ яҡҡа ярылып, йырып инмәҫлек эштәре йәйелеп ятһа ла, Фаягөл ҡарсыҡ был көндө ҡыл да ҡыбырлатманы. Ауырығас, бер көн булһа ла ауырыйым инде, тип диванда ята бирҙе. Йоҡоһо ла йоҡо булманы. Әхирәтенең еҫкәнеп йөрөп, келәтенә инере ҡурҡытты. Унан булмаҫ тимә! Яттыҡын бушлай алмаҫ, үҙенекен бирмәҫ бәндә бит ул. Тапһа, әҙәм ыстырамы буласаҡ! Ғүмере бындай хәлгә ҡалғаны юҡ ине лә баһа! Әллә нишләп алды шул хәйерһеҙ емде. Бынан ары нисек кеше күҙенә күренергә? Балалар ишетеп ҡалһа? Былай ҙа йылына бер-ике генә ҡайталар, йөҙөбөҙҙө ҡарайттың, тип бөтөнләй онотоп та ҡуйыуҙары бар... Эй, әттә­генәһе, бына ҡайҙа ул ысын бәлә! Ул саҡта тауыҡтарың этемәме? Cуҡынғыр ем...
Саҡ таңды аттырып, Фаягөл иң тәүҙә Фәриға янына йүгерҙе. Күр­ше­һенең йөҙөндә кисәге беләнән бер тамсы ла борсолоу ҡалмаған. Ул шат йылмайып тауыҡтарына ем һибә ине.
– Әйттем бит, табыла, тип, төндә Һәрит ҡарттың анау эскесе малайы ике ҡапсыҡты бер яртыға ғына биреп китте, әй, – тип шатлығын һөйләп ҡаршы алды. – Билең ебәргән икән, шәп булған. Ана, самауырым да ҡай­нап сыҡты, әйҙә, бадруга, ҡай­маҡ­лап сәй эсәйек.
– Юҡ, рәхмәт. Таптыңмы, тип кенә һорашырға ингәйнем дә, сәй эсешеп тормайым, – тип кире әйләнде Фая­гөл ҡарсыҡ. “Миңә лә шул Һәрит малайы һатҡайны... Түңкәрелеп киткере! Ярай, бәләң миңә теймәгәне яҡшы. Ғүмерҙә бер тапҡыр арзанға нәмә алам тип, мәсхәрәгә ҡала яҙҙым. Ҡош-ҡортто тәрбиәләй һалайым да, хәҙер үк барып хәйер бирәйем, бә­ләһенән баш-аяҡ”, – тип ауыҙы эсе­нән мығырлап келәтенә килеп инһә, тип-тигеҙ ерҙә саҡ эләгеп йығыл­маны: кисә төндә генә тултырылған лар буп-буш ине...

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Фото: kartinkin.net

Автор:
Читайте нас: