+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Апрель 2023, 14:00

“Сығып алығыҙ әле!..»

Бөгөн – 1 апрель. Беҙ уны Алдаҡсы көнө тип йөрөтәбеҙ. Рәхәтләнеп алдайбыҙ, кемде теләйһең, барыһын да кәкре ҡайынға терәтеп китергә була. Шул ҡылығың өсөн берәү ҙә асыуланмай.

“Сығып алығыҙ әле!..»
“Сығып алығыҙ әле!..»

Бер бәләкәй саҡта булған ваҡиғаны һөйләйем әле. Бала саға бит ул көндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Әбей-һәбейҙе мунсаға саҡырып барыумы, булмаған йомошто үтәп йөрөү­ме – ҡыҫҡаһы, күңелле инде. Етмәһә, инеп сыҡҡан арала инәйҙәр тәмлекәс менән дә һыйлап сығара.

Шулай, әхирәтем Гүзәл менән алдан уйлап ҡуй­ғанса, күршелә генә йәшәгән Шамил олатай менән Хәтимә инәйҙе шаяртырға булдыҡ. Ауыл эргәһенән Ҡариҙел аға, беҙ уны Иҙел, тибеҙ. Йыл әйләнәһенә халыҡ ана шул йылға аша кәмә менән сығып йөрөй. Ҡышҡыһын  ул туңа, ә йәйгеһен рәхәтләнеп «Заря» тигән теплоходта ауылға тиклем ҡайтып була. Яҙын-көҙөн йыл­ға шомло. Ҡар иреп аҡҡанда Иҙел диңгеҙ ке­үек таша. Ләкин халыҡ йыл әйләнәһенә йөрөп тора. Йылға аръяғына ҡайталар ҙа: «Сығып алығыҙ әле!» – тип ҡысҡыралар. Кәмәсебеҙ ҙә бар. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, берәүҙе лә кире бороп ебәрмәй.

...Беҙ Иҙел яғынан йүгереп килгән булып, туп-тура инәйҙәргә инеп киттек:

– Шамил олатай, ней, теге яҡта өлкән ҡыҙығыҙ ғаиләһе менән ҡайтҡан. Ауыр тоҡтары ла бар шикелле, шуға күрә сана ла алып барығыҙ, әйберҙәрен алып ҡайтырға яйлы булыр, – тип әйтә һалдыҡ.

– Эй, балаҡайҙарым, ошондай ташҡын мәлендә йөрөмәһәләр ҙә була бит. Әлеге лә баяғы, беҙҙең хәлде белеп китәйек, тип уйлайҙарҙыр инде. Рәхмәт һеҙгә килеп әйткәнегеҙ өсөн, – тип өҙгөләнде инәй.

– Йә, ярар, ҡарсыҡ, телеңә һалышма. Көн кискә ауышып бара, ҡараңғы төшкәнсе балаларҙы сы­ғып алыу яғын ҡарайыҡ, – тип Шамил олатай бишмәтен кейҙе лә һарайҙан ағас санаһын һөйрәп алып сыҡты. Хәтимә инәй ҙә ҡалышманы, оҙон ҡуныслы резина итектәрен эләктереп алып, бабайы артынан тәнтерәкләне.

Мөһим эш башҡарған кеше булып ҡыланып, беҙ өйҙәргә йүнәлдек. Шунан тәҙрәнән күҙ ҙә алмай ҡарттарҙың ҡайтҡанын көтөргә булдыҡ. Бик оҙаҡ ваҡыттан һуң, ҡараңғы төшкәндә генә, ике кешенең әкрен генә атлауын күреп ҡалдым. Миңә эҫеле-һыуыҡлы булып китте, улар шул тиклем йәл ине. Нимә тип өлкәндәрҙе улай мыҫ­ҡыл итергә инде. Хә­ҙер нисек күҙҙәренә күренергә? Тайғаҡ юлда былай ҙа саҡ йөрөгән инәй менән олатайҙы сана һөйрәтеп әллә ҡайҙа ебәрҙек. Эй, йүләр баштар, йәнәһе, Көлкө көнөн «байрам» итәбеҙ. Был йәмһеҙ ҡылығыбыҙ өсөн атай-әсәй баштан һыйпамауын аңлай инем инде...

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: