+4 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
4 Апрель 2023, 12:00

Яздар ҡарт яҙмалары

Яздар ҡарт, ҡала баҙарында булғандан һуң, ашханаға ингән. Сираты килеп еткәс, аш ҡойоусы унан һорай икән:– Щи, борщ?– Ащ, – тигән ҡарт. ***

Добавить в предпочтительные источники Google
Яздар ҡарт яҙмаларыЯздар ҡарт яҙмалары
Яздар ҡарт яҙмалары

Яздар ҡарт, күрше ауылға, ҡустыһына ҡунаҡҡа барған. Тик ҡустыһының, сырхап кит­кән ҡа­тынын дауаханаға оҙа­тып, ир­кенләп эсеп йөрөгән сағына тура килгән. Хатта, мейес башында әсеп ултыр­ған ҡырҡ литрлыҡ фе­ләктәге балды иҙән­гә төшө­рөп ҡуй­ған.
Ҡарт ҡунырға ҡалған. Йоҡ­лап ҡына барһа, ҡыштырлаған та­уыш­ҡа һиҫкәнеп, башын күтәреп ҡараған. Иҫереп йоҡ­лап ятҡан ҡустыһы уянған да, атларға ла хәле юҡлыҡтандыр инде, фе­ләккә табан шыуыша икән. Шарт-шорт асып бер сүмес балды күтәреп эскән дә кире урынына шыуышҡан. Был хәл тағы ла ҡабатланған. Яздар ҡарт, ахыры, йәне кө­йөп, түҙмәй:
– Нимә разведчик кеүек шыуышып йөрөйһөң? Мендә­реңде ал да ят шунда ғына! – тигән.
Ҡустыһы, киләһе шыуыш­ҡанында, мендәрен дә бергә һөйрәгән.

Мәүлит КӘРИМОВ.

Автор:
Читайте нас