+17 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
18 Апреля 2023, 06:00

МИН-МИНЛЕК

Ғилми үҙәктең лабораторияһында эшләйем. Кисә бер хеҙмәткәребеҙҙе пенсияға оҙаттыҡ. Ул үҙенең нисек эшкә урынлашыуын һөйләне. Һүҙ уға:– Миңә ул ваҡытта утыҙ йәш ине. Коллегаларымдан бер ғилми лабораторияла һәйбәт кенә вакансия барлығын ишеттем. Өҫтәүенә, тиҙҙән лаборатория начальнигын да алмаштырыу мөмкинлеге сығырға мөмкин. Бөгөн-иртәгә пенсияға китергә йыйына, үҙе лә, эштән туйҙым, оҙаҡламай китәм, ти икән гел генә.

Добавить в предпочтительные источники Google
МИН-МИНЛЕКМИН-МИНЛЕК
МИН-МИНЛЕК
Тикшерҙем. Ысынлап та шулай. Ғәзи Һаҙыевич урынына етди конкуренттар күренмәй. Етәкселек менән һөйләшергә барҙым, йылы ҡабул иттеләр. Эште тапшырыр кеше табылды, тип ҡыуандылар.
Урынлаштым. Лаборатория начальнигы эш менән күмде. Йәнәһе, мине үҙенең урынына әҙерләй. Ә мин, иҫәр, ҡыуанған булам! Һөҙөмтәлә Ғәзи Һаҙыевич бөтә бурыстарын минең елкәгә өйҙө, ә үҙе китергә уйламаны ла, хатта йәшәреп китте, сирҙәрен онотто.
Мин һаман үҙемдең сәғәт һуҡҡанды көттөм дә көттөм. Йылдар үтте. Ул сәғәт һуҡты: мин пенсияға сығам, ә Ғәзи Һаҙыевич элеккесә лаборатория начальнигы, һикһән йәшен тултырһа ла, көн дә китәм тип һөйләнһә лә, бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай.

А. САФАРОВ.
 
Автор:
Читайте нас