+3 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
19 Апреля 2023, 07:00

БАШ ТӨҘӘТЕҮ

Бәләкәй саҡта атайым менән әсәйем мине үҙҙәре менән туғандарыбыҙҙың һәм дуҫтарының тыуған көндәренә алып йөрөй торғайны. Ғимран бабайҙың тыуған көнөнән һуң атайым менән әсәйем иртәгәһен дә уға ҡунаҡҡа барҙы.– Ниңә Ғимран бабай ике көн байрам итә? – тип һораным атайымдан.– Беҙ баш төҙәтәбеҙ, – тине атайым.

Добавить в предпочтительные источники Google
БАШ ТӨҘӘТЕҮБАШ ТӨҘӘТЕҮ
БАШ ТӨҘӘТЕҮ

Шунан башлап “баш төҙәтеү” миңә байрамды икенсе көндә лә дауам итеү булып аңлашылды.
Балалар баҡсаһындағы сығарылыш кисәһендә миңә лә һүҙ бирҙеләр.
– Байрам миңә ныҡ оҡшаны, – тинем мин, – иртәгә баш төҙәтергә килербеҙ.
Тәрбиәселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә шаҡ ҡатты, тик атайым ғына ауыҙын йырҙы.

И. МАННАПОВ.

Автор:
Читайте нас