+22 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
29 Апреля 2023, 07:00

Ауылдан хат

Юнир САЛАУАТОВ Һаумы, ейәнсәрем? Беҙҙең хәл­дәребеҙ элеккесә. Ауыл­да бер йәш кеше лә ҡал­маны. Беҙ ҡарт-ҡоролар ғына йәшәп ятабыҙ. Ауылыбыҙҙы терелтәбеҙ, тип, саралар күрәбеҙ. Етмеш йәшкә еткән Фәрзәнә әбейҙе Өфөнән кил­гән, ҡырҡ йыл ҡатын төҫө күрмәгән Фәтих исемле бабайға кейәүгә бирҙек.

Ауылдан хатАуылдан хат
Ауылдан хат

Туйҙа «Горький!» тип ҡыс­ҡыр­ҙыҡ. Тик улар юрған аҫтына инеп үбеш­те. Күрһәтеп үбешергә оялдылар. Олатайың: «Горь­кий ҙа Горький, үҙе­беҙҙең Мостай менән Бикбай ҙа бар бит әле», – тине. Фәрзәнә әбей туй­ҙан һуң итәге өс метрлыҡ күлдәк тектереп алды. Ниңә улай итә­гең бик оҙон тип һорағайным, ирем геолог булып эшләгән икән, шуға гел эҙләнергә ярата, тине.
Йәштәр булмағас, балалар баҡ­са­һы буш тора. Буш торған ҡурсаҡ­тарҙы беҙ, ҡарт-ҡоролар, үҙебеҙ уйнатып ҡайтабыҙ. Бала сәңгелдәге лә буш тормаһын тип, олатайың менеп ята. Мин уға имеҙ­лек ҡап­тырам. Ул илаған була. Мин уны бәүетәм. Балалар булмағас, тәр­биәсе Хәмиҙәгә эш хаҡы түлә­мәй­ҙәр. Берәй ваҡыт йәштәребеҙ кире әй­ләнеп ҡайтһа, тип, Хәми­ҙәне эштән ебәрмәйенсә, уға айына бишәр биҙрә картуфты эш хаҡы итеп түләп торабыҙ.
Шулай ҙа, йәштәр юҡ тип артыҡ борсолоп йәшәмәйбеҙ. Фермер Хә­сән­дең ике тракторында ике әбей эш­ләй. Йүнләп күҙҙәре күрмәгәс, урамдағы ба­ғаналарҙың береһен ҡалдырмай ауҙарып бөтөрҙөләр. Ауыл хаки­миәте машинаһын Хәфизә әбей йөрөтә. Тәүге тапҡыр руль артына ултыр­ғас, ма­шинаһын туҡтата алмай бензины бөт­кән­се ауыл тирәләп әйләнеп йөрөнө. Бөгөн, хаки­миәт баш­лы­ғын ултыртып, район үҙә­генә китте. Машинаһының арты менән. Артҡы тиҙлек­кә һал­ған да, кире алғы тиҙ­леккә һала белмәй икән.
Ауылыбыҙҙағы мәктәп­те ябып ҡуймаһындар, тип, беҙ, ҡарт-ҡоро­лар, үҙебеҙ уҡырға йөрөй­бөҙ. Мин олатайың ме­нән беренсе класҡа барҙым. Балалар булып шаярабыҙ, ҡа­ғыҙҙан самолет эшләп осо­рабыҙ. Олата­йың гел «икеле»гә уҡый. Шу­ға уны уҡытыусы мө­йөшкә баҫ­тырып ҡуя. Олатайың элек тә ауыл хулиганы ине, әле лә шулай. Кисә мәктәп стена­һы­на «Кә­ти­бә әбей + Ман­сур бабай = любовь» тип яҙып киткән. Ул ғына ла түгел, Рабиға әбейҙең сал сәсе­нән тартып илатты.
Мәктәбебеҙҙә «Хайуандар мө­йө­шө» эшләнек. Ситлек эсендә ҡуяны­быҙ, сысҡандарыбыҙ бар. Был хай­уан­дар әҙ, тип, Мыр­ҙа­ғәле бабай аты менән һыйы­рын алып килде. Тик улары мәктәп­тең ише­генән инә алманы.
Ауылыбыҙҙа ун йыллыҡ мәк­тәп булмағас, күрше ауылға йө­рөүе ауыр. Шуға күрә өсөнсөгә тиклем уҡыйбыҙ ҙа, тағы бе­ренсегә барабыҙ. Өс йыл буйы башланғыс класта уҡый-уҡый, элек белгән ҡабатлау таб­ли­ца­һын онотоп бөттөк. Ни эшләй­һең, ҡартайғас хәтер юҡ.
Ауылыбыҙҙың матурлығын һаҡ­­лайбыҙ, тип, беҙ, ҡарт-ҡоро­лар, кис клубҡа дискотекаға йөрөйбөҙ. Йәш­тәрсә булһын, тип, утты һүндерәбеҙ. Ҡараңғы булғас, күҙ күрмәй, эләгеп йы­ғылып аяғымды имгәттем. Хәҙер инде, тағы йығылып китмәйек тип, бер-беребеҙҙең күлдәк итә­генә, салбар балағына йәбешә­беҙ. Шунан йәштәрсә ҡыланып һикергеләгән булабыҙ. Тик йәш­тәрсә таң атҡансы бейергә хәл етмәй, шунан, ятып йоҡлап, ял итеп, сәй эсеп алабыҙ.
Олатайың йәш егет булам тип, Кәтибә әбейгә ғашиҡ булып йөрөнө. Уныһы йәштәрсә, «Һин миңә бик кәрәк!» тип, ола­тайыңа эсемескә ебәргән. Ола­тайың, эсемес­кәгә яуап бирәм тип, яңылыш интер­неткә инеп, теле­фон­дағы булған аҡсаны елгә осорған. Ап­тырағас, үҙе барған. Кәтибә әбей, унан бер баҡса бәрәңгеһен ҡаҙ­ҙырған да, «Һин миңә бик кә­рәк!» тигәнем ошо була инде, тип ҡыуып ҡайтар­ған. Күрше Хәсән ҡарт йырсы Валерияға ғашиҡ булған. Ул те­левизорҙан йырлағанда, йыр­сыға бүләк итәм, тип, бер бот һы­йыр ите тотоп ултыра.
Рәхмәтулла бабай дом бытала сәс алыусы булып эшләй. Бөтә­беҙ­ҙең дә сәсен ялтыратып ала ла сығара. Мәхмүҙә әбейҙең башын шул тиклем ялтыратҡан, түбәһенә себен дә ҡуна алмай. Тая ла йығыла.
Ауылыбыҙ йәштәрсә булып кү­рен­һен, тип, модалы итеп ке­йе­нә­беҙ. Бабайҙар шортик, беҙ, әбей­ҙәр, стренги кейәбеҙ. Ярай, хуш-һау бул! Хат көтөп, өләсә­йең.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас