

Беҙҙән йыраҡ түгел ауыл егеттәре ял итә. Тамаҡты арыу ғына сылатҡас, кемдәрҙер һыу инергә китте, кемдәрҙер волейбол уйнарға тотондо. Ә беҙҙең прораб Дамир эргәләге ҡыуаҡлыҡҡа барып килмәксе булды. Ауыл егеттәренең дә өсөһө шул яҡҡа йүнәлде. Ләкин беҙ быға әһәмиәт бирмәнек. Ун минут үттеме-юҡмы, ҡыуаҡлыҡтан йүгерә-йүгерә Дамир атылып килеп сыҡты. Үҙе һүгенә, ҡулдарын һелтәй. Артынан теге өс егет эйәргән. Улары ла ҡулдарын һелтәй, ҡысҡыра. Беҙҙең прорабты туҡмағандар, хәҙер ул ярҙам һорап йүгерә, тип уйланыҡ. Тегеләрҙе дүртәүләшеп ҡаршыланыҡ. Һаман ҡысҡыралар: “Һыуға! Һыуға!” Ни эшләйҙәр икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, ҡолағымды һәм маңлайымды ниҙер сағып алды. Шунан ғына һағыҙаҡ икәнен белеп ҡалдым. Иң йылғыры шофер булып сыҡты, ул автобустың ишеген яба һалды. Ә беҙгә, һыуға һикереп, икенсе ярға йөҙөүҙән башҡа сара ҡалманы.
Бер сәғәттән һуң һағыҙаҡтан сағылған ике компания ла табында ултыра ине.
Шул асыҡланды: Дамир оя күреп ҡалған да, унда бал ҡорттары бар, тип уйлап, бал менән һыйланмаҡсы булған. “Теймә, унда һағыҙаҡтар”, – тип әйтеп ҡараған егеттәр. Тыңламаған. Ояны туҙҙырған… Артабан ни булғанын беләһегеҙ инде. Шунан бирле “умартасы” Дамир бал ашамай.
А. КҮСӘРБАЕВ.