Һөйләшеү оҙаҡҡа китә башлаһа, буш ҡулым үҙенән-үҙе берәй эш табырға ғына тора. Был юлы ла шулай булды. Автобуста китеп бара инем. Һөйләшә-һөйләшә, онотолоп китеп, эргәмдә генә баҫып торған ирҙең кейеменән бәләкәс кенә йөндәрҙе, сәстәрҙе сүпләргә тотонғанмын. Был күренеште күҙәтеп килгән мөләйем йөҙлө ир, үҙенең туҡталышына килеп еткәс, рәхмәт әйтеп, "Хәҙер инде миңә төшөргә буламы?" - тип миңә ҡарап йылмайҙы. Шунда ғына эштең ниҙә икәнен аңлап ҡалдым.
ХӘЙЕРСЕЛЕКТЕҢ ЮҠТЫР СИКТӘРЕ
Ошо көндәрҙә телевизорҙан реклама һымағыраҡ бер тапшырыу ҡараным. Унда Иваново ҡалаһының туҡыма әйберҙәрен рекламалайҙар ине. Ҡыҙыҡһынып ҡарай торғас шуны белдeм: баҡтиһәң, өйҙәге яҫтыҡ һәм юрған тыштарын, таҫтамалды һәм шундай башҡа сепрәк-сапраҡты йылына ике тапҡыр алыштырып алырға кәрәк икән. Ә беҙ япманы тишелеп бөткәнсе тотонабыҙ ҙа, тишелһә, ямау һалып, баҡсала ярай ул, тип шунда оҙатабыҙ.
Ошо тапшырыуҙы ҡарағандан һуң шул хәтле эсем бошоп китте. Бына бит ул ҡайҙан башлана беҙҙең хәйерселек, тип уйлап ҡуйҙым. Артыҡ аҡса булһа, йүереп барып яңыһын да алыр инек тә ул. Юҡ бит инде шул аҡса тигәндәре. Беҙҙең хәйерсе аҡсаһын нисек итеп һуҙһаң да еткереп булмай. Депутаттар һымаҡ аҡсаны ҡайырып алһаҡ, бәлки, етер ҙә ине. Ундай ҙур аҡса һәр кемгә эләкмәй шул. Шулай инде, беҙҙең хәйерселeктең иге-сиге күренмәй ҙә, бер ҡасан да бөтмәҫ тә…
Бер ханым.