+11 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
4 Мая 2023, 07:00

Таныманым...

Бер ҡатын реанимацияла ята, хәле шул тиклем ауыр, үлеп кенә бара икән...Шул саҡ тауыш ишетә:– Һиңә тағы ун йыл ғүмер бирәм!Һикереп тора был, пластик хирургҡа йүгерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таныманым...Таныманым...
Таныманым...

Танауын төҙәйттерә, битен шымарттыра, күҙ ҡабағының шешен алдыра, артыҡ майҙарын һурҙыра, упсым йәшәрә. Тағы ун йыл рәхәтләнеп йәшәп ҡалам, тип дәртләнә бит инде.
Клиниканан сыға, тик сыҡҡас та машинаға тапала ла ҡуя. Йәне осоп сығып барышлай һуңғы һорауын әйтеп өлгөрә:
– Эй Хоҙайым, ун йыл вәғәҙә иттең дә һуң!?
Бейектән тауыш килә:
– Ғәфү ит, таныманым!!!

 

Автор:
Читайте нас