+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
5 Май 2023, 13:00

КӨТӨЛМӘГӘН ҺОРАУ

Әхирәтем иренән айырылды. Законға ярашлы, уға бергә йәшәгәндә тупланған мөлкәттең яртыһы, атап әйткәндә, ҡала үҙәгендәге фатирҙың яртыһы тейеш.Суд. Ире яғынан – асыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан бер өйөр ағай-энеһе, күн портфель тотҡан күҙлекле тәкәббер адвокат. Әхирәтем яғынан мин генә, джинсы салбар, футболка кейгәнмен.

КӨТӨЛМӘГӘН ҺОРАУ
КӨТӨЛМӘГӘН ҺОРАУ

Судта адвокат үткән көн менән ашыҡ-бошоҡ төҙөлгән бүләк итеү килешеүе күрһәтеп беҙҙе аптыратты. Килешеү ялған, ләкин быны нисек иҫбат итергә?
Нимәгә бәйләнергә икән тип, килешеүҙе тегеләй-былай әйләндерәм. Ҡапыл теге яҡ өсөн дә, суд өсөн дә, хатта үҙем өсөн дә берҙән-бер һорау биреп, барыһын да шаҡ ҡатырҙым.
– Әфәнделәр! Әйтегеҙ әле, 1989 йылда һеҙ был килешеүҙе йыйыу өсөн компьютерҙы ҡайҙан алдығыҙ, иң мөһиме – баҫтырырға принтерҙы ҡайҙан таптығыҙ?
Ҡаушаған ҡараштар... Адвокаттың аңлайышһыҙ мығырлауы... Беҙ оттоҡ!
Әйткәндәй, мин адвокат түгел. Мин шәфҡәт туташы.

И. ҒӘМБӘРОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: