+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Май 2023, 15:20

Бесәйегеҙ алимент түләһен!

Йәй көнө баҡсала булды был хәл. Үҙебеҙ менән бергә ап-аҡ ҡына бесәйебеҙҙе лә алып барғайныҡ. Йән эйәһе рәхәтләнеп иректә йөрөнө. Тәбиғәтте өйрәнде, күрше-тирә менән танышты, бер нисә көн юғалып та торҙо. Бер көндө беҙҙән өй аша ғына йәшәгән күршеләр килеп инде.

Бесәйегеҙ алимент түләһен!
Бесәйегеҙ алимент түләһен!

–  Беҙҙең ҡап-ҡара бесәйебеҙ ап-аҡ ҡына бесәй балалары алып ҡайтты, – ти былар.

–  Шунан, – тим, хәлде аңлап бөтмәйсә.

–  Килеп тыуған мәсьәләне нисектер хәл итәйек инде. Уларҙы ашатырға кәрәк бит. Бәлки алимент түләрһегеҙ? – тиҙәр күҙ ҙә йоммайынса.

Баҫҡан еремдә йығылып китә яҙҙым! Гонаһынан бигерәк алиментынан ҡурҡып, ғүмеремдә бер ҡыҙҙың сафлығына үрелмәнем. Ә бында бесәй өсөн алимент түлә, имеш! Уйламаған ти мин уны! Бесәй малайыбыҙҙы өй тупһаһын атлап кереү менән табипҡа алып барып, мәшәҡәт тыуҙырыр ерҙәрен “киҫтереп” ташлағайным.

Әлбиттә, күршеләр ышанманы. Бесәйҙе тотоп алып үҙҙәренә күрһәткәс тә, икеләнеп тапанып торҙолар әле. Һуңынан сығып киттеләр инде. Алимент түләргә тейешле ата бесәйһе эҙләргә...

Рәсил ҒӘББӘСОВ.

Фото: s30466346056.mirtesen.ru

Автор:
Читайте нас: