+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Май 2023, 12:15

Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Бындай хәлдең булғаны юҡ ине! Иҫең китер! Башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға! Беҙҙең бәләкәй генә ҡалала ошондай хәл килеп тыуыр тип кем уйлаһын! Ҡаланы туҡтатты ла ҡуйҙы бит! Таңға ҡарай ҡала уртаһында, юлды арҡыры ҡаплап, бер быуатлыҡ тирәк ауған! Ярай, кеше өҫтөнә төшмәгән!

Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Бер кемгә лә теймәне, бер кем уға теймәне. Ниңә ауғандыр инде? Нимә етмәгәндер? Тамыры өҫтә шул уның. Ни булһа ла, төп урамдың уртаһында геүләшеп машиналар йыйылып китте. Ике ҡосаҡлыҡ йыуан, оҙон ағасты шылдырып та, урап та үтеп булмай. Машина араһына, ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алмай, йәйәүлеләр ҙә килеп тулды.
Ҡала башлығы ла килеп етте. Ул килгәс, башҡалар бүлмәләрендә эшһеҙ ултырамы, ни? Урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, МЧС, үҙәк дауахана етәкселәре тағы ла әллә кемдәр һыжлап етеп, бер нисә километрға һуҙылған тығынды машиналары менән тулыландырҙы. Журналистар ҙа эркелешеп килеп етте. Улар сиратлап мэрға һорауҙар бирә башланы:
– Хәл минең шәхси контролдә, – тип тынысландырҙы етәксе. – Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Тиҙ арала уңайһыҙлыҡтарҙы юҡ итербеҙ.
– Ҡала халҡынан паникаға бирелмәүҙәрен һорайбыҙ, – тигән үтенесен белдерҙе МЧС начальнигы.
– Хәл тотороҡло, барыһы ла яҡшы, – тине ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе.
– Әле тикшереү бара, – тип доклад уҡыны полиция башлығы.
Камера алдына сиратлап теҙелгән етәкселәргә һорауҙар биреп бөткәс, тура эфирҙа барған программала хәбәрсе йомғаҡлап ҡуйҙы:
– Аварияның эҙемтәләрен юҡ итеүҙә биш берәмек техника, илленән ашыу кеше ҡатнаша.
Аҙаҡ инде ғәҙәттән тыш хәл урынын квадрокоптер менән өҫтән күрһәттеләр. Йәмәғәт гөж килә. Баһадирҙай ауған ағас тирәләй, ысынлап та, халыҡ төркөмө. Күпләп техника йыйылған. Тик кадрға оло ағасты ҡырҡып, машинаға ташыусы һарғылт-ҡыҙыл жилет кейеп алған ике урам һепереүсе генә эләкмәй ҡалды…


Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: