+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
8 Май 2023, 10:30

Һиҙгер танау

Мөдиребеҙ Башбаштаҡов арҡаһында беҙ күргән михнәттәрҙе һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Урынһыҙға ҡыйырһытыу, премиянан мәхрүм итеү, ҡаты һәм бик ҡаты шелтәләр – барыһы ла баштан үтте. Был ауыр хәлдән беҙҙе осраҡлы ғына ваҡиға ҡотҡарҙы. Уттай эш ваҡытында телефон шылтыраны. Трубканы Башбаштаҡов үҙе алды:– Алло, кем кәрәк? Үҫәргәновмы? Кем һорай уны? Ә?.. Ғимранов?.. Хәҙер!

Һиҙгер танау
Һиҙгер танау

Мин телефондан һөйләшкән арала мөдир бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, графиндан һыу һалып эсергә маташты, әммә ҡулдары ҡалтырап, өҫтөнә түгеп ебәрҙе.
Трубканы һалғас та, мөдир яныма осоп килеп етте. Шундай ҙур ҡорһаҡтың елдәй етеҙ елеүен беренсе тапҡыр күрҙем. Валлаһи, әгәр йүгереү буйынса йыуан ҡорһаҡтар ярышы үткәрелһә, һис шикһеҙ, чемпион булыр ине.
– Министр урынбаҫарының һиндә ниндәй йомошо бар?– тип һораны ул, күҙен таҫырайтып. Асылда, ул бер ниндәй ҙә министр урынбаҫары түгел, ә минең класташым ине. Бары фамилиялары ғына бер. Минең башҡа шаян уй килде.
– Ул бит әсәйемдең ҡустыһы, кискә ҡунаҡҡа саҡырҙы, – тинем тыныс ҡына. Йәнәһе, министр урынбаҫарында ҡунаҡта булыу беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл. – Ваҡыт тығыҙ, барып булмаҫ, бәжәлей. Әҙерләнелмәгән дә...
Башбаштаҡов бөтөнләй ҡойолоп төштө.
– Эйе, эйе, әҙерләнергә кәрәк. Мин Һеҙгә ҡайтып китергә рөхсәт итәм.
Был тиклемен көтмәгәйнем, әлбиттә, уңайһыҙ булып китте. Шулай ҙа, ай-вайыма ҡарамай, мөдир мине ҡайтарып ебәрҙе. Иптәштәрем бер ғәжәпләнеп, бер көнләшеп ҡарап ҡалдылар.
Икенсе көн Башбаштаҡовты тағы ла яңылыҡ көтә ине. Инженер Сәхәүҙең бажаһының малайы беҙҙең директорҙың ағаһының малайы менән бергә уҡыған икән. Ә Хәмитовтың ҡала хакимиәтендә эшләүсе туғандары бер футбол командаһы төҙөргә етерлек булып сыҡты. Артыҡ шаштырып ебәрҙе, тотолмаһа ярар ине, тип ҡурҡып торҙоҡ. Әммә мөдир бер нәмә лә һиҙмәне, бөтәһен дә ысынға алды. Аҙна-ун көн үтеүгә барыбыҙ ҙа "ҙур" кешеләргә әйләнеп бөттөк һәм Башбаштаҡовтың яфаларынан ҡотолдоҡ. Тик бер генә нәмә кәйефте ҡыра. Быйыл ғына килгән йәш белгес Мараттың туғандары юҡ икән. Уның тормошо торғаны бер тамуҡҡа әүерелде. Элек барыбыҙға ла тигеҙ эләгә торған язалар Марат өҫтөнә генә өйөлә башланы. Ашығыс рәүештә уға ярҙам итергә кәрәк тигән һығымтаға килдек.
Бер көн, мөдирҙең Маратты ишек алдын таҙартырға сығарып ебәреүенән файҙаланып, һүҙ башланыҡ.
– Беҙҙең директорҙың бик шәп ҡыҙы бар икән, – тип йыраҡтан алды Хәмитов.
– Кем бәхетенәлер инде, – тип уфтанып ҡуйҙы мөдир.
– Кисә мин уны Марат менән күрҙем, – тип фәстерҙем мин.
Башбаштаҡов ҡолаҡтарын ҡарпайтты. Мин, бер нәмә лә булмағандай, вайымһыҙ ғына дауам иттем.
– Директор кейәүе булыу рәхәт тип уйлайҙыр инде. Яңылыша егет, яңылыша...
Артабан дауам итеүҙең кәрәге ҡалманы. Мөдир йән-фарман йүгереп сығып китте. Бер аҙҙан Марат килеп инде.
– Һеперткене ҡулымдан тартып алды, – тине ул, бик аптыраған ҡиәфәт менән. – Ниңә икән?
Беҙ тәҙрәгә ҡапландыҡ. Мөдир, йыуан ҡорһағын һелкетә-һелкетә, урам һеперә ине.

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Автор:
Читайте нас: