+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
9 Май 2023, 13:30

САБИР АҒАЙ ҠЫҘЫҠТАРЫ

Раят белмәй яҙмаҫ Сабир ағай менән бер бүлмәлә эшләп ултырабыҙ. Уның шундай ғәҙәте бар: “Ағиҙел”гә килгән әҫәрҙәрҙе шул тиклем ихласлап уҡый, ундағы геройҙарҙан, хәл-ваҡиғаларҙан башҡаны күрмәй ҙә, шәйләмәй ҙә. Һәйбәт әҫәргә юлыҡһа, ихлас ҡыуана, көнө буйы кәйефе көр була. Бына ул яҡташы Раят Вәлиевтың бер хикәйәһен уҡый. Ә тышта ямғыр яуа башланы.

САБИР АҒАЙ ҠЫҘЫҠТАРЫ
САБИР АҒАЙ ҠЫҘЫҠТАРЫ

– Ямғыр көсәйә, ахырыһы, – тим, ағайҙың да тәҙрә яғына күҙ ташлап алыуын шәйләп.
– Шулайта, – Сабир ағай урынынан ҡалҡынып бер аҙ тышты күҙәткәс, йәнә урынына ултыра. – Бынау Раят ҡустыны әйтәм, тәбиғәт күренештәрен оҫта һүрәтләй, Биләрит урмандарында йөрөгәндәй тояһың үҙеңде.
Әҫәрҙең отошло һәм бер аҙ ҡытыршы яҡтарын һөйләп алғас, ул “Ашҡаҙар” каналына көйләнгән радионың тауышын аса төшә. Тәьҫирләнеп, күҙҙәрен йомоп, башҡорт халыҡ йырын тыңлағас, йәнә һүҙ башлай:
– Шундайын тилерткес моң, телебеҙ шул тиклем бай, тыңлауы үҙе бер кинәнес! Раят ҡустының да теле матур, үҙебеҙсә рәхәтләндереп яҙа ла ҡуя, әҙ-мәҙ мөхәррирләргә тура килә килеүен, шунһыҙ булмай, ныу хикәйә шәп!
Һүҙ хатта сәйәсәткә боролһа ла, Раяттың әҫәре ситтә ҡалмай:
– Был темаға бар кеше лә яҙа алмай. Ҡусты юҡҡа ғүмер буйы милицияла эшләгән тиһеңме, сюжетты оҫта ҡора, белеп-еткереп яҙа!

Бер тоҡ мат

Төшкө аш мәле етеүгә, бүлмәгә шахматсылар йыйыла башлай. Дәғүәсеһенә Сабир ағайҙың төрттөрөүенә, мәрәкәләүенә түҙеп ултырырға тура килә.
Бына ул йыраҡ райондан килгән ижадсы менән көс һынаша. Сабир ағай бындай мәлдә телдәргә әүерелә:
– Бөгөн юлға сығаһыңмы ни? Һин буш ҡайтма, әбейеңә күстәнәскә бер тоҡ мат алып ҡайт, ҡартым шәп, ти маҡтаһын! Ике институт бөттөм, тиһеңме? Ә мин свет та булмаған ҡараңғы ауылда үҫтем, ә кем кемгә мат ҡуя? Икенселәй мине еңергә тип йыйынһаң, бөтә ауылығыҙ, силсәүитегеҙ менән килегеҙ, бөтәгеҙгә лә мат биреп ҡайтарам, барығыҙға ла етер, күңел киң ул минең!
Сабир ағай инде беҙҙең арала юҡ, әммә һутлы тел менән яҙылған әҫәрҙәре менән генә түгел, матур кешелек сифаттары менән дә күңелдәрҙә ҡалды.

 

Автор:
Читайте нас: