+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Май 2023, 14:00

Гонаһтан ҡотолоу юлы

Аллаһ Рәсүле янына берәү килеп, уға:— Мин оло гонаһ ҡылдым, тәүбәгә килә аламмы? Ҡабул булырмы? — ти.Мөхәммәт пәйғәмбәр:— Әсәйең бармы? — тип ҡыҙыҡһына.— Юҡ, — ти тегенеһе.

Гонаһтан ҡотолоу юлы
Гонаһтан ҡотолоу юлы

Пәйғәмбәр йәнә һорай:
— Инәйең бармы? (Әсәһенең ҡыҙ туғаны).
Теге кеше: “Эйе”, — тип яуаплағас, Аллаһ Рәсүле шулай ти:
— Уға ярҙам итеп, изгелек ҡылып тор.
(ат-Тирмизи килтергән хәҙис).

Имам Әхмәт әйтеүенсә: “Ата-әсәгә ярҙам итеп тороу — гонаһтан ҡотолоу юлы. Уларға даими яҡшылыҡ ҡылып, гонаһтарыңдан таҙарынырға тырыш”.

Фото: azan-syzran.ru

Автор:
Читайте нас: