+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Май 2023, 15:00

Тиҙҙән...

Ир менән ҡатын табипҡа килә. Ирҙе ҡарағандан һуң, табип уға сығып торорға ҡуша ла ҡатынға әйтә:– Ни тип әйтергә икән?.. Ирегеҙ ҡаты ауырый, бөгөн-иртәгә үлергә тора. Уны һеҙ генә ҡотҡара ала­һығыҙ…

Тиҙҙән...
Тиҙҙән...

Бының өсөн һеҙгә уға көн дә нимә теләй, шуны бешереп ашатырға, йылы ванна әҙерләргә, массаж яһарға, күңе­лен күтәреү өсөн матур кейенеп йөрөргә, кис­тәрен уның менән яратҡан тапшырыу­ҙарын ҡарарға йәки йоҡлар алдынан урамда йөрөп килергә, уны борсомаҫҡа һәм йәне­нә теймәҫкә, һис һүҙ­һеҙ бар теләктәрен дә үтәргә кәрәк! Шул саҡ­та ғына ирегеҙ оҙаҡ йәшәйәсәк.
Өйгә ҡайтып бар­ғанда ир ҡатынынан һорай:
– Сәмиға, ниңә өн­дәшмәйһең? Табип ни тине?
Ҡатын, һөмһөрө ҡо­йолоп:
– Кәли, һин тиҙҙән үләсәкһең…

С. НӘФИҒУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: