+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
19 Май 2023, 18:00

Һигеҙ аяҡлы эт

Бабай менән әбей йәшә­гән, ти. Бер көндө улар ур­ман­ға ҡара көртмәлегә бар­ған. Еләк йыйғанда яндарына ниндәйҙер тылсымлы йәнлек йүгереп килгән.– Һин кем? – тип һораған бабай.– Мин эт, – тигән йәнлек. – Мине үҙегеҙгә алығыҙ.

Һигеҙ аяҡлы эт
Һигеҙ аяҡлы эт

– Бик кәрәгең бар ине! – Әбей ҡулын һелтәгән. – Үҙе­беҙҙең тамаҡты саҡ туйҙы­рабыҙ, етмәһә, һин.
– Ниндәй бәхетһеҙмен! – Эт һыңҡылдап илаған. – Бөтә донъяны урап сыҡтым, мине бер кем дә үҙенә алмай. Дүрт аяғымды туҙҙырҙым, тиҙҙән ҡалған дүртеһе туҙа­саҡ, шунан үләсәкмен. Ай-ай-ай!
– Һинең аяғың һигеҙ инеме ни? – тип һораған бабай.
– Һигеҙ, тап шулай, – тип яуаплаған эт. – Элек бөтә эттәр ҙә һигеҙ аяҡлы булған, барлыҡ йәнлектәрҙән шәбе­рәк йүгергән.
– Дүрт аяҡ менән һинең беҙгә бер кәрәгең дә юҡ, – тигән әбей.
– Эй бәхетһеҙ башҡайым! – Эт яңынан һыңҡылдап илаған. – Мин – яҡты донъя­лағы иң аҙаҡҡы эт. Һуңғы аяҡтарымды туҙҙырып бөтө­рөү менән, минең ырыуым ҡороясаҡ. Мин бәхетһеҙҙе үҙегеҙгә алығыҙ, ояла йә­шәр­мен, өйөгөҙҙө һаҡлар­мын.
– Ҡарсыҡ, ә, ҡарсыҡ, бәлки, уны үҙебеҙгә алыр­быҙ, – бабай әбейгә ялбара. – Кәмселеге булһа ла йәл бит әле, ерҙәге аҙаҡҡы эт үлә.
– Һигеҙ аяҡлы булһа икән, – әбей уфтана. – Ярай инде, был дүрт аяҡлы зәғифте йәлләйек.
Улар этте үҙҙәренә алған. Дүрт аяғына ла өйрәнгәндәр. Эт өйҙө һаҡлаған, бабай менән һунарға йөрөгән. Дүрт аяҡлы эттәрҙең тоҡомо унан башланған да инде.
Әбей менән бабайға рәх­мәт әйтергә кәрәк, юҡһа, ерҙә эттәрҙең бындайҙары ла булмаҫ ине.

Автор:
Читайте нас: