+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
23 Май 2023, 11:00

КӘПӘРЕНМӘҺЕН ИНЕ

Супермаркетта сеткаға тултырылған мандарин һатып алдым. Өйгә ҡайтҡас, ҡараһам, ун биштең бишеһе үңәҙле булып сыҡты. Мандариндарҙы алдым да, чек ҡулымда, әрләшергә киттем.Кассирҙан башланым, шунан менеджер күренде. Ғәфү үтенмәй, алмаштырмай ҙа, әйткәнемсә, чек үҙем менән. Теше-тырнағы менән ҡаршы тора, мандариндар һәйбәт, ти.

КӘПӘРЕНМӘҺЕН ИНЕ
КӘПӘРЕНМӘҺЕН ИНЕ

“Яҡшы, һәйбәт булғас аша! – тим. – Әгәр йөҙөңдө һытмай ашаһаң, бер ниндәй дәғүә белдермәй сығып китәм”. Теге ризалашты.
Икене ашаны.
– Етте, был минең көндәлек норма, – ти. – Тағы ниндәй көндәлек норма, барыһын да аша!
Ул үңәҙле биш мандаринды ла ашаны. Тамағына торғанын, йөҙөнөң йәшелләнгәнен күрәм, барыбер ашап бөттө.
– Маладис! Хәҙер өлкән менеджерҙы саҡыр.
Саҡырҙы.
– Шулай-шулай, – тим, – миңә яңы мандариндар бирегеҙ, сөнки һеҙҙең хеҙмәткәрегеҙ минекеләрҙе әле генә ашаны, бына ҡабыҡтары.
Ҡарашын бер ваҡытта ла онота алмам, ахыры. Юҡҡа кәпәренмәһен ине.

А. ИЛГИЗӘРОВ.

Автор:
Читайте нас: