+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Май 2023, 15:00

Әхирәт

Кемгә нисектер, әхирәтем минең өсөн өҙгөләнеп тора. Бер туған һеңлең дә шулай булмаҫ. Гөльямалым (әхирәтем) һәр саҡ ярҙам итеп кенә йөрөнө, бер байрамыбыҙҙан да ҡоро ҡалманы. Бүләк-күстәнәсен ҡосаҡлап, килер ҙә етер ине. Тик бәхете генә булманы. Ире менән кинәнеп йәшәй алманы. Йүнле ир-ат тура килмәне үҙенә. Бер булмағас, булмай инде.

Әхирәт
Әхирәт
Бер ай элек минең тыуған көндө үткәрҙек. Шунда әхирәтем миңә күҙ яуын алырлыҡ матур эске күлдәк алып килде. Шәп гөл дә бүләк итте. Япрағы ҡайындыҡына оҡшай биргән, тик ҡалыныраҡ. “Яҙ еткәс, шау сәскә булып өйөңдө биҙәп ултырыр әле”, — тип йылмайҙы ул...
Һәйбәт кенә йәшәп ятҡанда, ниңәлер Шәрифйәнем киреләнә башланы. Юҡтан сәбәп табып, ғауға ҡуптарыр булып китте. Тегенеһе насар, быныһы оҡшамай. Ашым татһыҙ, галстугын насар үтекләгәнмен, күлдәгенең төймәһе төшкәнме шунда. Элек бер ҙә улай сығынлап бармай инесе? Әсмәм дә Әсмәм, тип өлтөрәп кенә торҙо. Хәҙер сит-ят бисәләрҙе маҡтаған була. Имеш, ана Гөльямалдан ғына үрнәк ал. Өйө һәр ваҡыт таҙа, йыйнаҡ. Китсе, мине яңғыҙаҡ ҡатын менән сағыштырып ни!
Үткән йома ҡәйнәм инеп сыҡты. Түҙмәнем, илап та алдым. Улын бик яманламаһам да, хәлде аңғарттым. Айырылыу сигенә еткәнебеҙҙе генә әйтмәнем инде. Туҙыныр ҙа китер, тинем... Ҡәйнәм фатир буйлап йөрөгән булды. Үҙенсә нәмәләрҙе барлағандыр инде.
— Тағы келәм алғанһығыҙ икән, сервизығыҙ ҙа яңырған. Донъяңды бөхтә тотаһың, килен. Ә быныһы ниндәй гөл?
— Гөльямал әхирәтем бүләк иткәйне. Исеме... Тел осонда ине, латинса ипека... әй, иҫтән сыҡҡансы.
— Беләм, ишеткәнем бар... Килен, гөлөңдө миңә биреп торсо. Япрағы тубыҡ һыҙлағанда килешә, тиҙәр. Ҡайның ыҙалана бит. Ҡурҡма, ҡурҡма, алып килермен... Ә Шәрифйән беҙгә барып сыҡһын әле, — тине ҡәйнәм.
Ҡәйнәм-ҡайным улдары менән ҡаты ғына һөйләшкән микән, ирем бер аҙ йүнгә инә башлаған һымаҡ. Мыжыуы кәмене, юҡ-барға тызырайып та бармай. Тормошобоҙ йәнә рәткә кереп киткәндәй тойолдо.
Эштә беҙ, бисәләр, бик татыубыҙ. Бер-беребеҙгә донъя, тормош хәлдәрен йәшермәйсә һөйләп ташлайбыҙ. Мин дә ғаиләмдәге ығы-зығыны һөйләнем әле. Арабыҙҙа йәш булһа ла, бөтәһен дә белгән Резеда: “Апайғынам, ул гөлөң ир менән ҡатынды талаштыра торған гөл бит!” — тимәһенме. Мин ни, ҡойолдом да төштөм...
Ә Гөльямал беҙгә килмәҫ булды ла ҡуйҙы. Яңыраҡ матур һауытҡа ултыртылған гөл тотоп, күрше подъезға инеп барғанын күргәндәр. Фирҙәүес менән дуҫлашҡан, тиҙәр.
 
Фәрит ӘБҮБӘКИРОВ.
 
Фото: ar.pinterest.com
Автор:
Читайте нас: