+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
26 Май 2023, 15:00

Фәхриә әбей

Фәхриә әбей йәйҙең йәмле көнөн бушҡа үткәрмәй, бөгөн дә еләккә барырға булды. Нисә йылдар кейә торғас, төҫөн юғалтып ялтырап киткән, йәтеш кәүҙәһенә күптән кәлепләнгән еңһеҙ көртөйөн кейеп, эйәгенә төшөрөп яулығын бәйләне. Биленә иҫке дебет шәлен ураны ла, йышылып, көҙгө кеүек ялтырап ҡалған нух заманғы биҙрәһен тотоп, тышҡа сыҡты. Аяғына таймай торған, ҡытыршы табанлы ҡытай ҡатаһын эләктерҙе. Тупһаға сыҡҡас, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡояшҡа ҡарап һығымта яһаны: “Самай ваҡыт икән”.

Фәхриә әбей
Фәхриә әбей

Фәхриә әбей еләккә яңғыҙ ғына йөрөргә ярата, үҙе генә белгән йәшерен һуҡмаҡтарҙан, үҙе генә белгән еләклектәренә йөрөй, биҙрәһен тултырмайынса ҡайтҡаны юҡ. Урманға ул ауыл халҡы малын ҡыуып, көтөү киткәс, һәр кем үҙ мәшәҡәтенә сумып, ил аяғы һил булғас ҡына ыңғайлай. Берәйһе күреп ҡалып эйәреп ҡуймаһын, тип ҡурҡа. Әхирәте Гөлзәминәнең нисә тапҡыр, әллә ҡайҙан табаһың шул еләкте, мине лә эйәртһәң ни була, тигәненә, өндәшмәй ҡала килә. Әле лә әхирәтен иҫләгәс, ауыҙ эсенән үҙ алдына һөйләнде:
– Еләк һеҙгә ишеү... Үҙегеҙҙән ни файҙа бар һуң?
Әбей урман ауыҙына килеп етте лә, тәүҙә артына, шунан уң яғына, шунан һуң яғына күҙ һалды, кеше-фәлән күренмәгәс, йәшерен һуҡмағына төшөп алып, йыбырлата баҫып еләклегенә атланы. Саф һауа, еләҫ урман эсе уның кәйефен күтәреп ебәрҙе. Ауыҙ эсенән үҙенә генә билдәле көйҙө көйләй-көйләй күләгәле урман аҡланында, тәгәрәшеп ятҡан турғай башындай ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе күнәгенә йыя ла башланы. Төшкә ҡарай биҙрә тулды, ҡәнәғәт йылмайып, йәшел хәтфә ергә ял итергә ултырҙы. Ултырыуы булды, кеҫә телефоны йыр һуҙҙы. Ҡөртөй кеҫәһендәге булавка ҡаҙап нығытылған сотовыйын алып ҡараһа – Гөлзәминә.
– Дә-ә?
– Һин ҡайҙа, әхирәт?
– Өйҙә... Кәртә араһына сыҡҡайным... – тип алдаштырҙы уны Фәхриә.
– Мунса яҡҡайным, киләңме? – тип тора әхирәте.
– Ярай, килермен.
Үҙенең мунсаһы юҡ шул Фәхриәнең, нисә йыл әхирәтенә йөрөй. Уныһы, мунса яғылған һайын, саҡырмай ҡалғаны юҡ, әйҙә-әйҙә, тамуҡ утын ҡыҙғанып ни әллә, барыбер яңғыҙ инәм тип, әйҙүкләп кенә тора, унда мунса төшөү күптән ғәҙәти хәлгә ингән. Мунсанан һуң самауыр ҡуйып сәй ҙә эсерә. Былай бер ашынан, аятынан, мәжлестәренән ҡалдырмай. Килгән күстәнәс-маҙарын да бүлешә, бер үҙемә күп була, ти. Шундай уның әхирәте.
Еләкле күнәген күтәреп Фәхриә әбей мунсаға тура барып инде. Биҙрәһен соландың эскәмйә аҫтына ҡуйып торҙо ла, хуш еҫле, мәтрүшкәле миндек менән сабынып, йыуынып алғас, майҙай иреп, иҙрәп ултыра бирҙе. Хәҙер инеп баллап сәй эсһә... Тик... Гөлзәминә еләген күрер бит. Күрһә еләклеген дә һорашыр. Һорашһа эйәреп барыр. Шуға инеп тормаҫҡа булып, йәлпелдәтә баҫып артҡы ҡапҡанан сығып та китте.

– Әхирәт, ҡайһылай оҙаҡланың, – тип шылтырата тегеһе тағы, – Ингәнеңде аңғарып ҡалдым... Сәй ҡайнаны.

– Ярай, сәйләп тормаҫҡа булдым. Рәхм-мәт... – тип һыуһауҙан аңҡауына йәбешкән телен саҡ айырып яуапланы һаранлығы менән дан алған Фәхриә ҡарсыҡ.

Зәкиә СӨЛӘЙМӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: