+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Июнь 2023, 10:00

Кәңәшсе

Яңы өйөмдә ремонт башлауым булды, ямғырҙан һуң бәшмәктәр сыҡҡан һымаҡ, кәңәшселәр күбәйҙе лә китте. Ул тиклем белемдәре ҡайҙан икән тип хатта аптырап та ҡуям. Бына бөгөн шундай “белгестәр”ҙең береһе — өс туған ағайым килде. Йола буйынса, иң беренсе өйөмдө ҡарап сығырға булды.

Кәңәшсе
Кәңәшсе

— Иҙәнеңде таҡта килеш ҡалдырғанһың икән, — тине ул ингәс тә торған урынында тапанып.
— Эйе, шулай нығыраҡ оҡшай, — тинем.
— Линоелеум кәрәк. Бер танышым түшәй, номерын бирермен, — тигән һығымтаға килде ағай. Яуабымды көтмәй, туп-тура түргә үтте.
— Йоҡо бүлмәһенә обой йәбештерҙегеҙ инде. Буяһағыҙ яҡшыраҡ булыр ине, — тине бүлмәгә күҙ йүгертеп. — Шәп буяусыларҙы беләм. Обойҙарығыҙға балаларығыҙ һүрәт төшөрә башлаһа, рәхмәт әйтерһегеҙ.
Балаларыбыҙҙың айырым бүлмәһе бар икәнлеген әйтеп өлгөрмәнем, ағай аш бүлмәһенә йүнәлде.
— Ыста! Кем ап-аҡ гарнитур алһын?! — тип тауыш күтәрҙе ҡунаҡ.
— Уныһына тағы нимә булған?— Үҙемдән сыға башланым.
— Нимә-нимә? Май сәсрәп бысранһа, ямаҡай була бит. Күршем бынамын тигән гарнитурҙар эшләй. Яңынан заказ яһағыҙ.
Әйтеремде әйтә лә алмай артынан көтөк кеүек йүгереп йөрөнөм. Кәңәштәрен яҙып ҡына өлгөр! Ағайға тәҙрәм дә оҡшаманы, яҡтылыҡ етмәй, йәнәһе. Ванна урынына душ алырға кәрәк булған икән. Мунсам бәләкәй булып сыҡты. Теплицаны быяланан эшләү дөрөҫөрәк була, баҡтиһәң...
— Гардиндың түбәгә йәбешеп торғанын алығыҙ, — тип ул залдағы диванға йәйелеп ултырып алды.
— Миңә ошоноһо ғына оҡшаны! — Хатта тауышым ҡалтырап китте, шикелле.
— Һиңә оҡшаһасы? Быныһы саҡ тора, килеп төшә бит! Элекке класташым гардиндар һата, номерын бирермен.
Түҙмәнем. Сәйнүк һымаҡ ҡайнаным да киттем.
— Сәсегеҙҙе кем улай ҡурҡыныс итеп алды? — тинем.
— Ниңә ҡурҡыныс... — Ағай көтөлмәгән һорауға аптырап ҡалды.
— Мөнтәлеп бөткән бит. Китсе! Минең арыу парикмахерым бар, номерын бирәйем. Шәп итеп киҫә, иҫең китер...
Былай тип әйтеүемде ағай оҡшатманы, шикелле. Тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараны. Аҙаҡтан үҙе кәңәш иткән мастерҙарының номерҙарын да ебәрмәне, минең парикмахерҙыҡын да һораманы... Ниңә икән? Мин бит шәп кәңәш бирҙем...

Заһиҙә ХӘКИМЙӘНОВА.

Фото: bondik-kids.ru

Автор:
Читайте нас: