+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Июнь 2023, 12:00

Конфликтһыҙ

Шәмбе иртәһендә Сәмиткә ҡатыны Хәбилә:– Бөгөн баҙар, өйҙә бер грамм ит ҡалмаған, иткә сығып килһәңсе, – тигәс, Сәмит сәй эсеп тә тормаҫтан, кейенде лә, сығып китте. Тышта рәхәт... Баҙар ҙа яҡын. Ир, биш минут үтеүгә, иткә хаҡтарҙы белешә-белешә, рәттәр буйлап йөрөй ине.  Шул саҡ:– Кемде күрәм мин, өнөммө был төшөммө! – тип бер ҡатын килеп, Сәмитте ҡосаҡлап алды.

Конфликтһыҙ
Конфликтһыҙ

Сәриә икән! Ҡасандыр мәҙәниәт һарайына үҙешмәкәр түңәрәккә бергә йөрөгәйнеләр!
– Ошо тирәлә йәшәйһеңме әллә? – тип һораны Сәриә.
– Эйе...
– Мин дә яңыраҡ бынауы йорттан бер бүлмәле фатир алдым әле, һинеке ҙурмы? – тине тегеһе.
– Ярайһы ғына, – тип ҡуйҙы Сәмит, – анауы, һары йортта торабыҙ. Ит алырға сыҡтым әле, мөлкөлдәп торған ит яратам! Ҡатындан бишбармаҡ бешертәм ялда...
– Бөтә итте алып бөтмәҫтәр әле, торайыҡ һөйләшеп, бер күрешкәндә, – тине Сәриә, Сәмит алдында бөтөрөлөп, – күпме йылдар күрешкән юҡ бит.
– Эйе шул!
– Мин Мәскәүҙә диссертация яҡлап ҡайттым. Мин бит – ғалимә, белмәй инеңме ни? Сәриә апайың хәҙер – кандидат наук! Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәм.
– Китсе әле!
– Үҙебеҙҙә яҡлап булманы. Көнләшкән кешеләр күп. Ғүмер буйы матурлығымдан, зифа буйымдан, талантымдан көнләште теләһә ниндәй маймыл-әтрәгәләм.
– Шулай шул!
– Бигерәк тә, директор Данис: үҙе йәмһеҙ, төпөш, табаҡ бит, шөҡәтһеҙ, алла һаҡлаһын, ирең шундай булмаһын!
– Эйе!
– Дөрөҫ әйтәһең, шуға күрә, Мәскәүҙә яҡланым диссертациямды.
– Шәп!
– Күстәнәскә балын да йәлләмәнем инде. Унда бит башҡорт балы, тип иҫтәре китә. Ҡайһы бер профессорҙарҙы ресторанда һыйларға тура килде.
Элек шаяртып “Сәрхүш” тип йөрөткән Сәриәләре Сәмиттең күҙе алдында үҫә барҙы. Ни тиһәң дә, ғалимә, фән кандидаты!
– Диссертацияңдың темаһы ниндәй ине? – тип ҡыҙыҡһынды Сәмит, үҙе ғилми хеҙмәттәр өлкәһендә бер ни аңламаһа ла.
– Бер кем дә тотонмаған тема: “Конфликттың көнкүрешкә йоғонтоһо”. Бына, мәҫәлән, ир менән ҡатын конфликты, эштәге ығы-зығы, күршеләрҙең иреш-талашы һәм башҡалар.
– Конфликт яҡшыға алып бармай инде, – тине Сәмит. – Көнө-төнө һөйләп, күрһәтеп торалар бит: ире бисәһен туҡмаған, һөйәркәһе егетенең башына еткән. Ике ҡатын бер ирҙе бүлешә алмай сәстәрен йолҡҡолаған. Алла һаҡлаһын, ҡайҙа барыбыҙҙыр инде? Ә беҙҙең ғаиләлә конфликт тигән нәмә юҡ, беҙ дуҫ йәшәйбеҙ. Минең Хәбилә – конфликтһыҙ ул!
– Шулаймы! Бәхетле генә булығыҙ!.. Ай, Сәмит! Мин хәҙер докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эш башлайым, мәжлес таҡмаҡтары буйынса. Белһәң, миңә диктофоныма бер-ике таҡмаҡ яҙҙырып бир әле, бер файҙаң тейер.
Ҡасандыр туйҙарҙа күп йөрөгәс, Сәмит:
– Уныһын ғына булдырабыҙ! – тине лә, ҡысҡырып йырларға тотондо:
“Алып кил миңә тағын
Берәр литр самогон.
Закускаға – һуған,
Асыуланма, туған,
Аҡса кеҫәнән шыуған...
Кил, кил, кил,
Кил, иркәм, кил инде!
Кил иркәм кил инде,
Йөҙ грамм бир инде,
Бахмурҙан үләм инде”.
Сәмит, яндарына халыҡ йыйылып китеүен дә күрмәй, йырланы ла йырланы:
“Аҡ та була, күк тә була
Араҡы шешәләре.
Эсеп-эсеп, үлеп китһәм,
Эсеп-эсеп, үлеп китһәм,
Иҫеңә төшөр әле!
Һауаларҙа бер самолет
Кереп китте болотҡа
Тағы нимә йырларға һуң…” – Сәмит туҡтап ҡалды. Сөнки ҡатынының тауышы ишетелде:
– Мин уны иткә тип сығарып ебәрәм, ул бында таҡмаҡ йырлап тора, оятһыҙ! Ә һеҙгә бында айыу бейетәләрме?” – тип Хәбиләһе тәүҙә кешеләрҙе ҡыуырға тотондо. Унан ире эргәһенә килде.
– Бына ғалимә Сәриәнең һорауы буйынса, таҡмаҡтар йырлағайным, – тип аҡланды Сәмит. – Уға докторлыҡ диссертацияһы яҙырға кәрәк.
Бая күкрәк киреп, бөтөн майҙанды үҙенә ҡаратып торған ир ҡапыл бәләкәсәйҙе, шиңде. Ә ҡатыны оторо ҡыҙҙы ғына:
– Кеше ирен ауыҙыңа ҡаратып тормаһаң, баҙарҙа ир бөткәнме ни һиңә? – тип Сәриәгә ташланды. Сәриә диктофонын һүндерә һалып, тиҙерәк “тайыу” яғын ҡараны.
– Әйҙә, ит алайыҡ та, ҡайтайыҡ, – тине Хәбилә, һүрелә төшөп. Сәмит күндәм генә ҡатынының артынан эйәрҙе.

Харис ШӘРИПОВ.

Автор:
Читайте нас: