Ҡунаҡтың һуҡмыш ҡыланыштарының сере уның бер ваҡиғаны һөйләгәненән һуң асылды. Баҡһаң, уның бала сағы яман үгәй әсә ҡулында үткән икән. Бәләкәй генә эш боҙоп, өйҙән ҡасып сығып барғанында, үгәй әсәһе артынан тас ташлаған, ул тастың ҡыры малайҙың арҡа мейеһен зарарлаған. Шул хәлдән һуң ул ғүмерлеккә тәнтерәкләп атлауға ҡалған. Һөйләше лә ауырыраҡ ине. Бер һөйләгән ваҡиғаһы иҫтә.
Өлкәнәйгәс, йомош менән йөрөп, Баймаҡта оҙаҡлап китә лә, төнгә ҡала. Ҡунып сығырлыҡ фатиры ла юҡ, әммә, күп уйлап тормай, тәнтерәкләп милицияға барып инә. Әһә, иҫерек беҙгә үҙе килеп ҡапты, тип, бикләп тә ҡуялар. Иртәнсәк, “саҡырылмаған ҡунаҡ” документтарын, медицина тикшереүе һөҙөмтәһен сығарып күрһәткәс, хоҡуҡ һаҡсылары ғәфү үтенә башлай. “Юҡ, юҡ, һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ бында, минең төнәп сығыр урыным булмағанға ғына, һеҙгә сирем тураһында өндәшмәнем”, – тип, рәхмәттәр уҡып сығып китә.
Әхәт ИШБУЛАТОВ.