+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Июнь 2023, 17:00

Һыуытҡыс алығыҙ...

Эй, кешеләр, япон һыуытҡысы алғығыҙ килмәйме? Ант итәм, өр-яңы... Көҙ көнө аҡса алмашынасаҡ тигәнгә ышанып алғайным. Аҡса ла алмашынманы һәм минең бөтөн йыйғанымды һурып алған әлеге һыуытҡыс, сығымдарыма һәйкәл булып ултырып ҡалды.

Һыуытҡыс алығыҙ...
Һыуытҡыс алығыҙ...

Беҙҙең үҙебеҙҙә сыҡҡан һыуытҡысыбыҙ бар, тик ул трактор һымаҡ эшләй. Әйтерһең, трактор моторы ҡуйылған. Беренсе көн уны келәткә инә торған коридорға урынлаштырҙыҡ. Һәм бына шунан алып беҙ келәтебеҙгә ауырлыҡ менән генә үтә алабыҙ: яраланмайынса инермен тимә. Һыуытҡыстың ял алыуға туҡтап торғанын көтөргә тура килә.
Йәй. Ҡапыл ҡунаҡтар килеп төшә. Беҙ ҡунаҡтарға шатбыҙ, әммә өйҙә хужа – һыуытҡыс. Өҫтәл ултыртабыҙ ҙа, ҡатыным келәткә юллана. Йәй көнө һыуытҡыс туҡтауһыҙ дырылдап тора. Туҡтағанын көтөүе оҙаҡ. Ҡатыным яу менән һыуытҡыс аша келәткә инеп китә. Ярты сәғәттән ҡайтҡанда күрәбеҙ: маңлайында оро, күҙ төбөндә күк, кейеме бысраған, әммә ҡулына бер шешә шарап эләктергән. Ҡунаҡтар ҡурҡып китә. Улар ҡатынымдың өҫтөнә келәттең түбәһе емерелгәндер йәки юлбаҫарҙар һөжүм иткәндер тип уйлай. Әгәр ҡунаҡтар абруйлы булмаһа, ҡатынымды ул келәткә индереп тә булмаҫ ине ул. Мин уның һыуытҡыстан “туҡмалып” күгәреп йөрөүҙәренә күнеккәнмен дә. Әгәр шул күктәрһеҙ күрһәм, был матурлыҡ салонынан ҡайтҡандыр, тип уйлар инем.
Бер ваҡыт ул штурм менән келәтте алып йөрөгәндә, әсәһе менән һеңлеһе килеп төштө. Ҡатынымдың күктәрен күреп, мин туҡмаған икән тип уйланылар. Ю-у-уҡ. Ҡәйнәм ҡыҙына бындай ир менән бер көн дә йәшәмәҫкә ҡушты. Ә мин хәләлемде бармаҡ менән дә сирткәнем юҡ. Был тәңгәлдә уны дөмбәҫләүсе ир – һыуытҡыс...
Берәйһе һыуытҡыс эргәһенән ҡурҡмайса ғына үтә алһа, уға орден тағырға кәрәк. Электр уты һүнеп торғанда йәшәү ожмахҡа әйләнә инде, келәткә инеү юлы хәүефһеҙ майҙан булып китә. Был саҡта беҙ һыуытҡыс аҫтындағы иҙәнде, стеналарҙағы ярыҡтарҙы йүнәтәбеҙ, тәҙрә быялаларын алмаштырабыҙ. Бер мәл ҡатыным стена ярыҡтарын һылап йөрөгән икән, аңғармаҫтан ут биргәндәр һәм һыуытҡыс уны иҙелмәле тасы менән бергә сығарып ырғытҡан.
Ҡунаҡҡа киткәндә өйҙө бикләмәйбеҙ, һыуытҡысыбыҙ йоҙаҡ та, эт тә булып тора.
Эй, кешеләр, япон һыуытҡысы алғығыҙ килмәйме?.. Яп-яңы... Юҡ хәбәргә ышанып алғайным, аҡса алмашына, тип... Үҙебеҙ беҙҙә сығарылғаны менән ҡулланабыҙ. Таш итеп туңдыра. Итте иретеү өсөн бер көн алдан сығарып ҡуйыу кәрәк. Уйламағанда ҡунаҡтар килеп инһә, уларҙы нисек итеп һыйламай оҙатаһың... Беҙ шат та ул, һыуытҡыс менән эштәребеҙ бешеңкерәмәй шул...
Бына һеҙ әйтә алаһығыҙмы: ни эшләп япон һыуытҡысын үҙемә ҡалдырмайым? Сөнки беҙ үҙебеҙҙекенә өйрәнгәнбеҙ инде. Һатып ебәрер инек, икенсе ғаиләләрҙе ғәрипләп ҡуйғыбыҙ килмәй, уның менән уртаҡ тел таба алабыҙ, шунһыҙ күңелһеҙ ҙә булыр ине. Сығып киткәндә лә ишекте бикләмәйбеҙ, әйҙә берәйһе инеп ҡараһын...
Өлкән улыбыҙ, һыуытҡыс менән төртөшә торғас, боксер булып китте. Өйҙә шөғөлләнде. Күн бирсәткәләрен кейеп келәт коридорына инеп китә лә, әйҙә һуғыша ине. Көтөлмәгән һуғыуҙар тренерҙыҡына ҡарағанда һыуытҡыстыҡы күберәк булып сыҡты. Беренсе тапҡыр халыҡ-ара ярышта еңгәндә, унан хәбәрсе “беренсе тренерығыҙ кем булды” тип һорағайны, улыбыҙ “һыуытҡыс” тип яуапланы. Хәбәрсенең башы етмәне.
Эй, кешеләр, япон һыуытҡысы һатам! Был һыуытҡыс миңә оҡшай, тауышһыҙ ғына эшләй, тик эсенә берәй аҙыҡ ҡуйһаң туҡтай ҙа ҡуя. Башта аңлай алманыҡ, унан белеп ҡалдыҡ: нитратлы аҙыҡ ҡуйылһа һыуытҡыс һүнә икән. Йәғни, беҙҙе һаҡлай. Тик бөгөнгө заманда нитратһыҙ ризыҡ табып ҡара... Организмыбыҙ ҙа шуларға өйрәнгән. Хәҙер экологик таҙа аҙыҡтан ауырып китергә була. Бына нимәгә һатырға теләйем был техниканы...
Эй, кешеләр, япон һыуытҡысы алығыҙ... ике тапҡырға осһоҙға бирәм... Унда ҡуйыр тамағыбыҙ юҡ... Тапҡаныбыҙҙы шундуҡ ашап бөтөрөп торабыҙ...
Эй, кешеләр, һыуытҡыс алығыҙ, бик бәләкәй хаҡҡа...
Буш тигәндәй... Бушлай...

Ҡумыҡ теленән
Миләүшә Ҡаһарманова тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас: