

Мин әле мәктәпкә бармағайным, 6 – 7 йәштәр булғандыр. Тегенең урыҫса белгәненә эс ҡыҙа, минең дә ошо ят телдә һөйләшке килә. Нәнәй беҙҙең урыҫса " шәп белә бит инде", как никак Тирләндәге знакумдары йыш килә, етмәһә, беҙҙең ишек алдындағы бәләкәй өйҙә быйма баҫып, айҙар буйы йәшәйҙәр.
Нәнәйҙән урыҫса бер нисә һүҙ өйрәндем дә сыҡтым. Теге ҡунаҡ малайына эре генә "эй, бэй!" тим, теге нимәлер һорай, аңламаһам да, яңынан ҡабатлайым: бэй тип. Бер заман теге малай таяҡ алып
тороп эләктермәһенме!
Илап өйгә йүгерҙем. "Чай пей!" тигәнде нәнәй, үҙе знакумдарына әйткәнсә, "шай бэй!" тип, теге малайҙы ҡунаҡҡа саҡырырға өйрәткән икән!🤣
Был минең тәүге урыҫса (сөйҙәшеү) һөйләшеү мәктәбе булды!!!
Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА.
Һүрәттә: Ә. Әхтәриева теккән ҡурсаҡтар.