+7 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
24 Июня 2023, 09:00

Иҫәргә кәңәш бирмә!

Берәүҙең бөтөнләй аҡылы булмаған. Әсәһе гел әрләй икән: - Бар, исмаһам, кешеләр янында йөрө, бәлки, бер аҙ нимәгәлер өйрәнерһең. Сығып киткән был. Ауыл буйлап барғанда борсаҡ таҙартыусы ике иргә осраған. Әле – береһенә, әле икенсеһенә килеп, ҡамасаулай башлағас, иҫәрҙе ҡыуып ебәргәндәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫәргә кәңәш бирмә!Иҫәргә кәңәш бирмә!
Иҫәргә кәңәш бирмә!

Малай ҡайтып, әсәһенә иламһыраған.

- Һуң, эшегеҙ – уң, уңышығыҙ йөк-йөк булһын, тиергә ине, тигән әсә кеше.

Иҫәр тағы сығып киткән. Бер урамда мәрхүмде күмергә алып китеп баралар икән. Был нишләһен, әсәһе ҡушҡанды әйткән:

- Эшегеҙ уң булһын, уңышығыҙ йөк булһын!

Уны йәнә әрләй-әрләй ҡыуып ебәргәндәр.

- Иманы юлдаш булһын, тиеп иларға кәрәккән бит, – тигән был юлы әсәһе.

Өсөнсө көнгә туй барған йорт аша үткән малай. Әсәһе өйрәткәнсә, ихатаға инеп, илай-илай ҡайғы уртаҡлашҡан. Аҡыл эҙләп туҡмалып ҡайтҡан.

Ә бер көн ауыл осонда янғын сыҡҡан. Аҡыл эҙләп урам буйлап йөрөгән малай ут һүндерергә тип йүгереп йөрөгән хужа янына килеп, әсәһе туй күргәндә ҡыуанырға, яҡшы теләктәр теләргә кәрәк, тип өйрәткәнсә, ҡыуанысынан һикергеләп, сәпәкәй иткән. Был ҡылығы өсөн нимә булғанын беләһегеҙҙер.

Аҙаҡ әсәһе шулай тип ҡуйған: “Аҡылһыҙға кәңәш биреү өсөн тәрән аҡыл кәрәк икән”...

Айсын АҠБУЛАТОВА.

Фото: rostravel.ru

Автор:
Читайте нас