-4 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
8 Июля 2023, 13:00

Юғалған сәғәт һәм малай

Бер фермер һарайҙа сәғәтен юғалтҡан. Бик үк ҡиммәт бул­маһа ла, ҡәҙерле кешеһенең бүләге икән ул. Сәғәтен тап­ҡыһы килгән, әлбиттә. Тик бесән, һалам тулы һарайҙа уны нисек табаһың?

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғалған сәғәт һәм малайЮғалған сәғәт һәм малай
Юғалған сәғәт һәм малай

Оҙаҡ эҙләгәндән һуң, ир урамда уйнап йөрөгән малай­ҙарҙы саҡырған. Сәғәтте тап­ҡан кешегә бүләк тә бирәсәген әйткән.

Быны ишеткән малайҙар кемуҙарҙан һарайға йүгергән һәм бесәнде туҙҙырып бөткәнсе эҙләгән, тик береһе лә таба алмаған.

Шул саҡ фермерға бер бәләкәй малай килгән дә, сәғәтте эҙләргә теләүен белдергән. Ҙурыраҡ малайҙар тапмағанды һин нисек кенә табырһың икән, тип фермер быға бик ышанмай ғына һарайға индергән.

Бына ғәжәп! Малай бер аҙҙан сәғәтте тотоп килеп тә сыҡҡан. Фермерҙың аптырау ҡатыш шат йөҙөнә бағып, малай былай тигән:

– Мин бер нәмә лә эшләмәнем, ә бары тик шым ғына һарай иҙәнендә ултырҙым. Тынлыҡта сәғәттең йөрөгәнен ишеттем. Шул тауышҡа барып таптым.

Бәғзе ваҡытта тыныс булырға кәрәк шул. Тынлыҡта аҡыл да яҡшыраҡ эшләй.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас