

Сабынлығына барып етһә ҡаршыһында бөйөрөнә таянып ҡатыны тора! “Быға хәтлем ҡайҙа йөрөйһөң?! Мин күптән бында!”-тигән ҡатынына ҡарап ағайбыҙ телһеҙ ҡалған. Унан ҡапыл атын кире борған да, ҡайтҡан да киткән.
Ҡапҡаһынан атын үткәреп ебәргән дә, ябып, өйө яғына боролһа, ҡатыны өйөнән: “Нимә атаһы? Бесәнгә барабыҙмы?”-тип сығып килә. Саҡ-саҡ артына ҡолап китмәгән ағайыбыҙ, ҡалтырап: “Бисәкәй! Был һинме, әллә енме?!”- тип әйтә алған.
Баҡтиһәң, еңгәйебеҙ өйҙән сыҡһа, ир ҙә ат та күренмәй. Урамға сыҡһа, күршеләре бесәнгә китергә йөрөй. Юл ыңғайына ултыртып, сабынлыҡта ҡалдырып киткәндәр. Ағайбыҙ кире боролғас, “Ах, әле” тигән дә, кире юлға сыҡҡан. Юлсы машинаға ултырып, кире ауылға ҡайтҡан. Ағайыбыҙ ҡайтып ингәс, белмәмеш кеше булып, һиндә мин сығып килә икән.
Оторһоң – еңерһен һин ул ҡатындарҙы!