

Йығылып, башын иҙәнгә бәрә, әсәһенең итәгенән тарта, туҡтауһыҙ ҡысҡыра. Әйтерһең дә, балалар баҡсаһы түгел, ә дауахана, докторҙы саҡырырға кәрәк. Малайҙы ҡалдыра алмаясаҡтар, бәлки, бер-ике йылдан ҡалырлыҡ булыр, тип уйланым.
Атай менән әсәй юғалып ҡалды, бер-береһенән: “Ни эшләйбеҙ?” – тип һораны. Тәрбиәсене көтәләр, балаларын алып ҡайтып китергә әҙерҙәр. Апайым сыҡты. Атай менән әсәйгә: “Пакетты ҡалдырығыҙ, үҙегеҙ китегеҙ. Бер сәғәттән килә алаһығыҙ”, – тине.
Әсәй:
– Ни эшләргә тинегеҙ? – тип һораны.
– Китегеҙ. Ваҡытығыҙ булһа, бер сәғәттән килегеҙ, булмаһа – шылтырата алаһығыҙ. Кис көнө һөйләшербеҙ, – тине апайым. Үҙе малай янына барып, уның менән һөйләшә башланы. Ниндәйҙер ябай әйберҙәр әйтте, тик етди итеп, “йәле, киттек” тигән кеүек һүҙҙәр уйнатманы.
– Камил, иҫеңдә тот, минең исемем Тамара, ә бағыусыныҡы – Әлфиә. Төркөмдә уйынсыҡтарҙы балалар үҙҙәре йыя. Тышҡа йөрөргә сыҡҡанда балалар үҙҙәре кейенә, ә беҙ Әлфиә апайың менән ботинка бауҙарын ғына бәйләргә ярҙам итәбеҙ.
Эш нимәләлер – белмәйем, әммә малай шунда уҡ тынды, апайымдан күҙҙәрен алманы. Әйтерһең, һүҙҙәрен ишетмәй ҡалыуҙан ҡурҡты. Ә атаһы менән әсәһе шым ғына сығып китте. Әңгәмәләшеүҙән туҡтамай, апайым малайҙың өҫтөн алмаштырҙы, шунан самолет төшөрөлгән шкафты һайланылар.
– Паровоз әле Кәбирҙә, мин уға әйтермен, ул һиңә бирер. Әйҙә!
Төркөмгә инеп киттеләр. Атаһы менән әсәһе ишек ярығынан күҙәтә. Ә бер аҙҙан малайҙың шат тауышы ишетелде:
– Былай ярамай, ошолай итәйек...
Профессиональ эшенә һоҡланыуыма апайым былай тине:
– Балалар менән еңел ул, ә бына мәғариф бүлегенән килеүселәр менән һөйләшеү ауыр, улар бер нәмә лә аңламай.
Р. САЯПОВА.