– Ни кәрәк? – тип һораным шулай ҙа.
– Зинһар өсөн миңә дарыу һатып алып бир әле. Йөрәк дарыуы. Хаҡы ла ҡиммәт түгел…
Ир быны шул тиклем ғазапланып әйтте, хатта үҙемдең йөрәгем тертләп ҡуйҙы. Тегене эйәртеп дарыуханаға индем.
– Миңә… – тим аптекасыға, шунан иргә боролдом.
– Дарыуың нисек атала?
Ул:
– Спирт.
М. ИҒДӘҮЛӘТОВ.