-4 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
30 Июля 2023, 08:00

ХӘСТӘРЛЕК

Тешем һыҙлай, хатта яңағым шешеп сыҡты. Өс йыл борсоғаны юҡ ине әле. Ҡуйын дәфтәренән һуңғы тапҡыр мине дауалаған табиптың телефонын эҙләп таптым. Шылтыраттым, ваҡытты билдәләнек. Барҙым.

Добавить в предпочтительные источники Google
ХӘСТӘРЛЕКХӘСТӘРЛЕК
ХӘСТӘРЛЕК

– Ә мин һине хәтерләмәйем, – тине табип, мине күргәс.
– Нисек инде, – тим, – мин һеҙҙең компьютерығыҙҙы йүнәтеп бирҙем.
– Ә-ә, был һинме ни! Яңыраҡ ҡына һине иҫкә төшөргәйнем әле.
Ҡайһы бер эштәр бар, теше һыҙлаһа ярар ине, тип уйлап ҡуйғайным.
Шулай тине лә ҡапыл туҡтап ҡалды, һағайып миңә ҡараны, йәнәһе, артығын ысҡындырманыммы?
Хәстәрлегең өсөн рәхмәт, докторым!

А. НИҒӘМӘТОВ.

Автор:
Читайте нас