+11 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
2 Августа 2023, 07:00

БУШЛАЙ

Яңы уҡыу йылы. Ата-әсәләр балалар баҡсаһына тәрбиәселәр менән танышырға йыйылған. Трибуналағы мөдир уларҙың исем-шәрифен атап, һорау бирә:– Тә-ә-әк, бына, мәҫәлән, Вәсил Ҡаһармановтың атаһы, һеҙ кем булып эшләйһегеҙ, баҡсаға ни менән ярҙам итә алаһығыҙ?

Добавить в предпочтительные источники Google
БУШЛАЙБУШЛАЙ
БУШЛАЙ

Атай тороп баҫа:
– Мин тәҙрәләр яһайым, улым йөрөгән төркөмдөң тәҙрәләрен бушлай алмаштыра алам.
Мөдир:
– Һәйбәт. Хәҙер Кәримә Саматованың әсәһе. Һеҙ кем булып эшләйһегеҙ, баҡсаға ни менән ярҙам итә алаһығыҙ?
– Мин мебель фабрикаһында эшләйем, төркөмгә бушлай мебель килтерә алам.
Мөдир:
– Яҡшы, Кәримәнең әсәһе, бик яҡшы. Хәҙер Йәмил Буранбаевтың әсәһе. Кем булып эшләйһегеҙ, беҙгә нисек ярҙам итә алаһығыҙ?
– Мин прокурор булып эшләйем, – ти Йәмилдең әсәһе. – Балалар баҡсаһының эшен пландан тыш бушлай тикшертеүҙе ойоштора алам.

М. ЯУБАҪАРОВ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас