+9 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
9 Августа 2023, 05:00

ТЫЛСЫМ ЭЙӘҺЕ

Егерме биш йыл буйына бергә бәхетле ғүмер кисергән ир менән ҡатын тылсым эйәһенә мөрәжәғәт итә. Иң тәүҙә ҡатындың теләген белергә булалар. Ҡатын әйтә:– Егерме биш йыл буйы һөйөлөп кенә йәшәгән ирем менән донъя буйлап сәйәхәткә сығыр инем.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТЫЛСЫМ ЭЙӘҺЕТЫЛСЫМ ЭЙӘҺЕ
ТЫЛСЫМ ЭЙӘҺЕ

Тылсым эйәһе мөғжизәле таяғын өҫкә күтәреүе була, шундуҡ ике билет килеп тә төшә.
Илле йәшлек тормош иптәшенә һүҙ бирелә.
– Шәп, әлбиттә, әммә бындай осраҡ ғүмерҙә бер генә була, шуға уны үҙемсә файҙаланыр инем, – ти ул. – Утыҙ йәшкә йәшерәк ҡатынға өйләнер инем, – тип ысҡындыра.
Тылсымсы мөғжизәле таяғын һауала уйнатып алған икән – илле йәшлек ҡатындың ире һикһән йәшлек бабайға әйләнгән дә ҡуйған.
Был донъяла һәр бер ир йәш бисәгә өйләнергә хыялланып йәшәйҙер. Тик улар шуны онотмаһын: тылсым эйәһе ҡатын-ҡыҙ затынан.

 

Автор:
Читайте нас