+20 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
14 Августа 2023, 13:25

ЙӨНЛӨ КАРТУФ

Магазинға сыҡһам йөнлө картуф һатыуға ҡуйылған. Бөтәһе лә бер иш, тауыҡ йомортҡаһы хәтле, үҙҙәре һоро төҫтә. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай 10 кг алдым. Ҡайтҡас нисегерәк икән - бер аҙын бешереп ҡарамаҡсы булдым, окшаһа тағы ла алырмын, орлоҡҡа, тип уйланым.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЙӨНЛӨ КАРТУФЙӨНЛӨ КАРТУФ
ЙӨНЛӨ КАРТУФ

Берәүһен әрсегәйнем, эсе йәшел, ҡояшта ятҡан күрәһең. Икенсеһен, өсөн, тағы бер нисәне әрсеп ҡаранып, барыһы ла йәшелләнгән. Йүнһеҙ һатыусы мине төпһөҙ кәмәгә ултыртмаҡ булған, не выйдет, тип йөнлө картуфтарын йөкмәп киттем өтә баҫып магазинға.

- Йөнлө картуфыңды ал, үҙең аша, ҡояшта ятып боҙолған, ышанмаһаң ана бысаҡ, әрсеп ҡара, тип асыуланғайным,
Һатыусы:
- Ағай, был бит картуф түгел, КИВИ, тип яуап бирҙе.
Башта уҡ әйтһә ни була инде, туда-суда йөрөткәнсе. Үҙе тәмле лә икән, тоҙға манып ашаһаң.

Фото: forumfermer.ru
 
Автор:
Читайте нас