

Үҙемде семетеп ҡарайым, юҡ, уяумын. Ҡулымды аҡрын ғына раскладушкам аҫтына һуҙып, телефонымдан балаларыма “SOS” ебәреп маташам. Ҡулым тояҡҡа тейеүҙән, йөрәгем жыу итеп китте.
Кисә ҡараған бер ҡурҡыныс фильмда гонаһлы кешене теге донъяға тояҡлы зәхмәттәр һөйрәтеп алып китеүе иҫкә төштө. Бөтә ғүмерем күҙ алдына килде. Ҡасан, ни ваҡытта кемде яңылыш рәнйеттем икән? Ике балам ҡала. Бирелмәгән бурыстарым бар, пенсия ла алынмаған. Эй, балаҡайҙарым, ғәзизкәйҙәрем, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ! Мөмкин тиклем мине ғәфү итегеҙ, әгәр мин һеҙгә ҡаршылыҡтарым булһа, тиеп, күҙ йәштәрем менән илап ятам. Исмаһам, кәфенлек, хәйер әйберҙәре лә алынмаған.
Ҡулым ҡойроҡҡа ла тейеп алғас, теге зәхмәт фырҡылдап боролған кеүек тойолдо. Ҡурҡышымдан үкенеү һүҙҙәрем дә туҡталды. Тик бисмилланы ҡабатлап тик ятам, сөнки башҡа дини һүҙҙәрҙе белмәйем. Теге нәмә ҡытыршы, ҡайнар теле менән арҡамды буйҙан-буйға, ялап алды. Ҡояшҡа ныҡ янған арҡам үҙәккә үтерлек итеп ауыртыуҙан түҙә алмайым. Ҡысҡырып ебәрҙем. Бөтә тәнем таш кеүек ҡатты. Ҡараңғылыҡҡа сумдым. Баш зыңҡ итте. Күрше-тирәләр нашатырь спирты еҫкәтеп, биткә шап-шоп һуҡҡылағанға күҙемде асып ебәрҙем. Барыһы ла миңә текәлеп тора. Мин тегеләргә ҡарап илап ебәрҙем: “Нәмә булды һеҙгә, тием. Һеҙ иртән барығыҙ ҙа тере инегеҙ бит! Хатта теге донъяла ла бергә осрашабыҙ” – тийеүемә, күршеләр: “Апайыбыҙ ҡояшта ныҡ ҡыҙынған”, – тип көлөштө.
Үҙемдең иҫән-һау булғаныма ышанып еткәс, күршеләр ауыл көтөүенән бер һыйыр беҙҙең баҡсаға инеп, мин ҡыҙынып ятҡан ергә килеп, арҡамды ялауын әйтте.
“Ҡапҡаң һәр саҡ асыҡ, яңылыштан берәй иҫерек ир-ат килеп инмәһен”, – тигәстәре, мин, һаман башым әйләнеп, ат килеп инмәһен тигәнен генә ишеттем. Эй, Хоҙай, ул бәләкәй генә баҡсама ат инмәһен инде, тиеп, ҡапҡамды хатта бикләп ҡуйҙым.
Роза ЗИННӘТШИНА.