

Була бит шундай хөрт әҙәмдәр! Егет үҙе тәртип боҙоп, эш ҡалдырып йөрөмәй. Был ойошмала иң өмөтлө һәм ышаныслы хеҙмәткәр тип танылып өлгөргән. Ә ҡайны кешегә ярҙам кәрәк, ярарға ла кәрәк. Ике ай элек кенә ауыл кейәүе булған Ғамирҙың оло кешегә бармай хәле юҡ шул. Ни тиһәң дә ите-һөтө лә кәрәк бит әле. Егет “тағы ла ебәрмәһә, эштән китәм” тип идараға килгәнендә баш инженер урынында булмай сыҡты. “Аҙналыҡ командировкаға китте” тип аңлаттылар уға. Ғамир ғаризаһына бригадирҙан ҡул ҡуйҙыртты ла, еп-еңел һулап ауылға елеп сығып та китте.
Сабир ҡарттың ҡыуанысының иге-сиге юҡ ине. Ике-өс көнгә булһа ла ярҙамға килгән кейәүе менән хәтһеҙ генә бесән сабып ташланылар. Бабайҙың ғаиләһендә бер бөртөк кенә ҡыҙынан башҡа балалары юҡ ине шул. Шуға күрә Ғамир кейәүенә һөйөнөп бөтә алманы ул. “Алла бойорһа ейәндәрем булһа, тағы ла ярҙамсыларым буласаҡ” тип эстән генә туҡтауһыҙ теләк-доғаларын уҡыны бабай.
Көтмәгәндә урман яңғыратып сит ил музыкаһы уйнап ебәреүе һәм кемдәрҙеңдер хахылдап көлөшөүе бесәнселәрҙе эшенән туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. “Был ниндәй фулигандар?! Сабынлыҡ тапалап йөрөмәһәләр инде көпә-көндөҙ!” Сабир бабай салғыһын яурынына һалып тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы. Кейәүе лә уға эйәрҙе.
Урмандың икенсе яҡ аҡланында ишектәре асып ҡуйылған еңел машина ултыра һәм уның тирәләй бер ир менән йәш ҡыҙ көлөшә-көлөшә баҫтырышып йөрөй. Ергә йәтеш кенә табын ҡоролған һәм унда шешәләр йылтырашып ята. Магнитоланан килеүсе көслө көй ҡолаҡтарҙы яра.
– Был ниндәй ҡабаҡ?! Бесәнде һәләк итәһегеҙ ҙәһә! Ну-ка, туҡтағыҙ!
Сабир бабайҙың ярһып һөрәнләүе тегеләрҙе туҡтап ҡалырға мәжбүр итте.
– Ә, ни, Са... Сабир олатай! Беҙ ни... – Ир кеше ҡаушап ҡалды.
– Олатаңды яңы таныныңмы ни әле, сәпләк малай!
Ғамир үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Ҡыҙҙы баҫтырып йөрөгән ир әллә кем түгел, ә үҙе эшләгән ойошманың баш инженеры ине. “Аҙналыҡ командировкаға киткән” Миңлебай, Сабир бабайҙан бигерәк, ҡаршыһында Ғамирҙың баҫып тороуын күреп, бөтөнләй ҡойолоп төштө. Шунда ер тишеге булһа, биллаһи, инеп китер ине.
– Нимә ҡалтырап төштөң, фулиган малай? – Сабир бабай Миңлебайҙы ҡолағынан эләктереп алды, – Бала сағыңда ҡыяр урлап тотолғаныңда ҡолаҡтарыңды етә бороп бөтөрмәгәнмен икән, сәбәке!
– Олатай, ғәфү итегеҙ! – Миңлебай ҡып-ҡыҙыл булды.
– Ә быныһы ниндәй һары бесәй тағы? – Бабай ни эшләргә белмәй тапанып торған теге ҡыҙға ымланы, – Киленгә еткерһәм, ни тиерһең, аҙман?!
– Сабир олатай, бөттө-бөттө. Беҙ хәҙер китәбеҙ бынан. Зинһар, ебәр ҡолаҡтарымды. Берүк оят итә күрмә!
– Анһат ҡына ҡотолмаҡсы берәү. Бына һиңә салғы. Хәҙер үк үҙең тапалаған бесәнемде ҡырып сабып бирәһең! Юғиһә биллаһи-валлаһи фаш итәсәкмен үҙеңде, сәпләк малай!..
Ошонан һуң баш инженерҙы алыштырып ҡуйҙылармы ни! Ғамирҙы үҙ туғанылай яҡын күреп, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙыр булып китте.
Ишдәүләт САФИУЛЛИН.