

Балыҡтар күҙлегенән:
“Ҡара-ҡара, бынау икәү
Ни ҡылаланалар һыуҙа?
Яҡын барырлыҡ та түгел,
Хатта күл төбө быуҙа.
Тырпайышҡан бар йөндәре
Ҡытыҡлай беҙҙе тәүҙә.
Эҫелә Ҡар кешеһе лә
Һыу инә икән, тәүбә!”
***
Былай ғына кил, кил яныма,
Былай ғына килеп ҡосаҡла.
Яратам тип әйт, былай ғына,
Былай ғына, былай ғына.
Был йыр тураһында мин былай ғына яҙам. Уратып-суратып та, тураһын да әйтеп тормайым. Нимә тиһәң дә, һөйөү йыры бит, былай ғына булһа ла.
Былай ғына ҡосаҡланың,
Түгел, һис тә, тегеләй.
Ә шулай ҙа, әллә ниндәй
Уйҙар башҡа килгеләй...
Мәүлит КӘРИМ.