

– Ә һин әле һуңғы тапҡыр башыңды ҡасан йыуҙың? – ти был миңә көтмәгәндә, һынаулы ҡараш ташлап
– Һәйбәтләп, график буйынса, бер ай элек, – тим, хәрбиҙәрсә рапорт биреп.
– Эйе, ана, күренеп тора, – тигән һүҙ ташланы ҡатын, йылан кеүек ыҫылдап. – Башыңда бер ни ҙә һелкенмәй шуғалыр, – ти.
– Шулай, ысынлап та, йоҡлар алдынан ғына төрлө уйҙар килә, аҡыллы фекерҙәр борсой башлай.
– Ҡара һин уны, – тине ҡатын әртистәрҙә ҡулын йәйеп. – Уның әле башында уйҙар ҙа бар икән!
Әллә минең башым бигуди өсөн генә тип белдеңме? – тип ҡотортоп ҡуйҙым быны. – Аҡыллы фекерҙәр миндә ярылып ята...
– Хеҙмәт хаҡың хаҡында шулай әйтһәң ине! – Бына ул гел әйтеп кенә тора.
– Фәндә иҫбатлағанса, аҡсаһы күп кеше – донъяла иң бәхетһеҙ кеше, – тим мин, һүҙен әйтеп бөтөргәнен дә көтмәйенсә.
– Шундай кеше менән аҙ булһа ла йәшәп алһаң ине, – ти ҡатын, ә үҙе үткер ҡарашы менән мине күҙәтә.
– Беләһеңме, – тим мин бының үҙәгенә үтеп инерлек итеп. – Әгәр машинаның двигателе йөрәк булһа, тәгәрмәстәр – аяҡ, ә шиналарҙың ниндәй хәлдә булыуы – ул беҙҙең хәүефһеҙлегебеҙ...
– Ҡатын аяҡтарыма күҙ һалды ла:
– Ҡара әле, һиңә күптән яңы башмаҡтар алырға кәрәк икән бит, былары таушалып, кәкерәйеп бөткән ҙә баһа, – ти.
– Мин инде уларға күнегеп бөттөм инде. Хатта уңайлылар, ә яңыһын алыр өсөн магазинға барырға, һайларға, етмәһә, уның өсөн аҡса сарыф итергә кәрәк, әле ул ҡасан аяҡҡа килешле итеп ултырасаҡ әле. Аҡса ла әллә ни күп түгел. Саҡ-саҡ ҡына тәгәрмәскә етә – шина ла осһоҙ түгел бит...
– Шулай тиҙ генә үҙеңә бөгөп ебәрерһең әле тип уйлағайным...– ти был.
Шул мәл телефон шылтыраны.
– Әллеү, Сания, һине ишетеүемә бик шат. Әлбиттә, һөйләшә алам, әлбиттә, ваҡытым бар...
Мин иркен тын алып ҡуйҙым, талашыуға күсәсәк бәхәс шулайтып, уйламағанда, өс-дүрт сәғәткә алғараҡ күсте.
Фото: "ҺӘНӘК" журналынан.