Беҙҙең арттан тороусылар шаулашырға кереште:
– Оятың юҡмы әллә, сиратҡа баҫ!
– Һеҙҙең арбаға әйберҙәремде һалырға яраймы? – тип һорайым иремдән.
Уның артында торған ҡатын:
– Бөтөнләй оятын юғалтҡан икән! Ят иргә бәйләнә!
– Һеҙ минең өсөн түләй алмаҫһығыҙмы икән? – тип үтенәм иремдән.
Сират телһеҙ ҡалды, яуап көтә.
– Эйе, эйе! Борсолмағыҙ! – тип яуаплай ирем.
– Һеҙ машиналамы? – тип төпсөнәм. – Өйгә илтеп ҡуяһығыҙмы?
Ирем яуап бирә алманы, быуылып көлдө, башын ғына ҡаҡты.
Их, ә сираттың мине терелей тотоп ашағыһы килгәйне!