+11 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
15 Ноября 2023, 11:00

Күңелһеҙ хәлдәр ҙә бәхетле тамамлана

13 сентябрҙә кис Өфөнөң Сипайлово урамында юл-транспорт вакиғаһы теркәлгән, шуның арҡаһында яңы ғаилә һәм ҙур мөхәббәт тыуған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңелһеҙ хәлдәр ҙә бәхетле тамамланаКүңелһеҙ хәлдәр ҙә бәхетле тамамлана
Күңелһеҙ хәлдәр ҙә бәхетле тамамлана

Аварияның сәбәбсеһе Илназ исемле егет. Ул үҙенең 2114 руле артында, үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында, ҡаршы килгән «Фиат Альбеа»такси автомобиленә бәрелә. Такси салонында бер нисә пассажир була, уларҙың күбеһе ул саҡта еңел йәрәхәттәр менән ҡотола. Ә бына Әҙилә етди йәрәхәт ала һәм ҡаланың 21-се дауаханаһына оҙатыла. Ҡыҙҙар бергә Әҙиләнең тыуған көнөн билдәләргә тип кафеға такси менән китеп барған булған.

Аварияла ғәйепле Илназ Әҙиләнең хәлен белер өсөн дауаханаға бара.

“Илназ мине тәүҙә “ҡыйшайып” бөткән килеш күрҙе. Тәүге килгәнендә минең сәсем дә, ҡашым да юҡ ине, шуға бик оялдым. Ул миңә ҡарай, ә миңә оят. Тәүге осрашҡан көндө ул минең башымды йыуҙы”, – тип хәтерләй ҡыҙ.

Улар яйлап яҡыная башлай. Күптәр йәштәрҙең мөхәббәтенә ышанмай. Дуҫтары Әҙиләне кире уйлатырға тырыша, имеш Илназ енәйәт яуаплылығынан ҡурҡҡан өсөн генә уның менән осраша тиҙәр.

“Тик уны барыбер ултыртмаҫтар ине, мин бит үлмәнем. Бөтәһе лә, кәрәкмәй, осрашма тине. Был минең тормошом, үҙем хәл итәм тинем. Ул миңә дауаланыр өсөн күп кенә аҡса ебәрҙе һәм аҙаҡ та ярҙам итәсәкмен тине”, – тип һөйләй ҡыҙ.

Әҙилә дауахананан сығыуға йәштәр өйләнешергә була. Әле никах уҡытҡандар. Яңы ғаиләнең пландары ҙур – яңы фатирҙа ремонт тамамларға, үҙ эштәрен асырға, балалар үҫтерергә.

 Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!

Фото: https://www.ufa.kp.ru/

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1822488

Автор:
Читайте нас