+3 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
17 Ноября 2023, 06:00

ТИҘ ТЫНЫСЛАНДЫРҘЫ

Дуҫымды ҡатыны әрләгәненә шаһит булдым. Хәләле енләнә генә, ҡулдарын болғай-болғай ҡысҡырына. Илһам тыныс ҡына телефонын алды ла тегене видеоға төшөрә башланы. Бер аҙҙан Луиза иренең ни эшләгәнен күреп ҡалды: – Быныһы тағы нимәгә?

Добавить в предпочтительные источники Google
ТИҘ ТЫНЫСЛАНДЫРҘЫТИҘ ТЫНЫСЛАНДЫРҘЫ
ТИҘ ТЫНЫСЛАНДЫРҘЫ

– Кис. Тышта ямғыр яуа. Мин яңғыҙым. Моңһоу. Видео ҡарай-ҡарай ниңә айырылышыуыбыҙ хаҡында уйлайым. Эйе, бына шулай!

Луиза шунда уҡ ауыҙын япты.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың былай тиҙ тынысланыуын беренсе тапҡыр күрҙем.

В. МИҺРАНОВ.
 
Автор:
Читайте нас