

– Ни эш бөтөрәһең? – ти был.
– Ултырабыҙ әле бикләнеп. Яңы ғына ҡәйнештәр ҡунаҡҡа килделәр.
– Бер сәғәттән беҙҙә булығыҙ!
Еүеш тәҙрәләргә ҡараным:
– Бәлки кәрәкмәҫ…
– Ғүмер буйы рәт-сүрәт, тәртип, һүҙҙең яйын белмәнең инде, ҡунаҡты
шул килеш кем ултыртып ҡуя? Табын йыйырға моғайын да аҡылың етмәҫ, үҙем саҡырам!
Ни хәл итәһең, кешенең һүҙен йығып булмай, брезент плащтар бөркәнеп, резина итектәр кейеп алып киттек саҡырған ергә. Ә Рәүеф арғы урамда, беҙҙән алыҫ йәшәй.
Аяҡ тауыштарын ишетеп буғай, ул беҙгә ҡаршы сыҡты ла аптыраулы төбәлде:
– Бәй, һеҙ түгелме был? Ни йомош?
– Һуң саҡырҙың түгелме?
– Рәт белмәйһең шул, бынау яҡшы хужа этен урамға сығармаған көндә, һин йөрөйһөң алыҫтан килеп төшкән ҡунағыңды йонсотоп! Килмәҫегеҙгә иҫәп тотоп өндәшкәйнем шунда. Әйтергә кәрәкмәгән…
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.