+28 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
6 Декабрь 2023, 08:00

КЕМ КЕМДЕ ОТҠАН?

Миңә ике тиҫтә лә тулмаған әле, танау ул-был еҫте яңы һиҙә башлаған мәл. Клуб мөдире булып эшләп йөрөйөм. Бер көн ауыл советы рәйесе – Ниғәмәт олатай саҡыртып алды ла: – Ана, директор иптәш Хәмитов эзбизгә барырға йыйына. Минең атты ек тә, алып ҡайтып, көн-төн ыҫлаған стеналарыңды ипкә килтер, – тигән әмер бирҙе.

КЕМ КЕМДЕ ОТҠАН?КЕМ КЕМДЕ ОТҠАН?
КЕМ КЕМДЕ ОТҠАН?

Хәйбулла ағай менән өс тиҫтә саҡрымда ятҡан Әбделкәримгә юлландыҡ. Тик эзбиз ебәреүсе ағай беҙҙең һуңға ҡалғанлыҡты белдерҙе, баҡтиһәң, материал кисә генә бөткән булып сыҡты. Рәис олатай әйтмешләй, иптәш Хәмитов үҙенең директорлығын күрһәтте буғай. Ныҡыша торғас эзбиз ебәреүсе йомшарҙы һәм:
– Ярар, берәр центнер күп нәмә түгел, тапһағыҙ, һайлап ҡарағыҙ! – тип мейес ишектәрен асып ебәрҙе.
Аттарҙы яҡынайтып, эскә үтәбеҙ. Бер нисә урында өйөм-өйөм тумалаҡ киҫәктәр ятҡылай. Хужаның үлсәргә лә уйы юҡлығын һиҙгәс, мин, артығыраҡ алыу маҡсатынан, киҫәктәрҙең еңелерәктәрен Хәмитов иптәш яғына тәгәрәтә һалам да, ауырҙарын йүгереп йөрөп арбама ташыйым. Ағайымдың, киреһенсә, еңелдәрен һайлауын күреп, хәленә ҡарайҙыр инде, тигән булам үҙемсә. Йөк арыу булды, уны хужа күҙенән арыраҡ шылдырам, ә ағайым һаман типкеләп, еңелдәрен эҙләүен дауам итә. Үҙе бер нәмә лә өндәшмәй, мин тәҡдим иткәндәрҙе лә алмай.
Хужаға, кире бороп ҡайтармауына рәхмәттәр әйтә-әйтә ҡайтыу яғына ыңғайлайбыҙ. Директор иптәштең аты тиҙ барғандай, ә минеке ҡара тиргә бата башланы. Мәҡсүт тауында бөтөнләй хәле самаланды булһа кәрәк, туҡтаһа, мин арбаны терәтеп торған булам. Ағайым күптән түгелге генә уҡыусыһы менән ваҡланып тормайса, мине көтмәй ҡайтып китте. Артыҡ эзбиз сәлдереүемә ҡыуана-ҡыуана, туҡтай-туҡтай булһа ла, төн урталары ауыуға, дөрөҫөрәге, таңға мин дә ҡайтып еттем.
Ә иртәгәһенә минең “табышҡа” күптәрҙең иҫе киткән. Баҡтиһәң мин янып бөтмәгән таштарҙы тейәгән дә ҡайтҡанмын икән. Иншаллаһ, мейестең ауыҙы ҙур булғас, бағыусы апай уларҙы мейестә тотоп яндырып, әрәм итмәне. Ҡайһылай итәһең, отоу бер яҡлы булмай икән шул.


Фәрит РӘМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас