+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
12 Декабрь 2023, 06:00

ӨСӨНСӨ – АРТЫҠ

Утыҙҙың аръяғына сығып барған Айҙарҙың кәләш алып ҡайтып төшөүен ғәҙәти итеп кенә ҡабул иткәндәй булды әсәһе. Мәле еткән – өйләнә, бында нимәһенә аптырарға? Алһыуҙы ла оҡшатты кеүек, һәр хәлдә ауыҙ асып артыҡ һүҙ әйтмәне. Йәшәй башлауҙарына ике аҙна тигәндә, йәш кәләш иренә беренсе хәсрәтен еткерҙе: – Әсәйең бөтә эшемде ҡулымдан тартып алып тик тора. Нимәгә тотонһам да, “үҙем” тип, килә лә йәбешә. Нисек итергә икән?

ӨСӨНСӨ –  АРТЫҠӨСӨНСӨ –  АРТЫҠ
ӨСӨНСӨ – АРТЫҠ

Айҙар әсәһенә өндәште, мәлен тура килтереп:
– Әсәй, ниңә улай итәһең? Киленеңә лә ышаныс белдер, – тине.
– Беҙҙең өйҙә өсөнсө кеше – артыҡ.
Шулай тип әйтте лә, тора-бара шул әйткәнен иҫбатланы ла. Артыҡ кеше сығып китте.
Икенсе ҡатыны, Рауза, Айҙарға шундай шарт менән килде: әсәйеңдән айырым сығабыҙ. Сыҡтылар. Тик туйҙан һуң ялға киткәндә әбейгә асҡыс ҡалдырғайнылар, шунан һуң кире ала алманылар ҙа. Ә асҡысы булған ҡәйнә көн дә килде лә инде, килде лә үҙенсә ҡыландырҙы, килде лә үҙ ҡанундарын булдырҙы. Түҙеме бөткән килен иренә ябырылды:
– Әсәйеңде туҡтат! Ниңә беҙҙең өйҙә беҙгә йәшәргә бирмәй ул?
Айҙар ауыҙын асҡайны ғына, әсәһе уны кире яптырҙы:
– Беҙҙең арала өсөнсө – артыҡ!
Өсөнсө ҡатынын ир инде парлашыуға өмөт өҙгәс кенә осратты. Беренсе класҡа уҡырға барған улы ла бар ине Ләйсәндең. Айҙар ҡатындың үҙен дә, балаһын да яратты ла ҡуйҙы. Бергә йәшәргә саҡырҙы. Күҙ теймәһен, матур ғына итеп ғаилә ҡороп ебәрҙеләр. Хәҙер ял һайын улдарын әсәһендә ҡалдыралар. Әбей бер нәмә лә өндәшмәй, сөнки Ләйсән уға баштан уҡ аңлатты:
– Беҙ ирем менән икәү, һеҙ ейәнегеҙ менән икәү, беребеҙҙә лә артыҡ өсөнсө кеше юҡ, эйе бит? Әйҙәгеҙ, шулай ғына гөрләшеп йәшәйек.


Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

Фото: dzen.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас