

– Тыныслан, һин бит көслө кеше. Бер-ике сәғәттән оноторһоң.
– Ул ике сәғәтте йәшәргә кәрәк бит әле, әхирәт. Әйҙә, һин миңә кил! Йәшереп ҡуйған бер коньяк ултыра, ике сәғәтте өсәүләп үткәрербеҙ. Унан саунаға барырбыҙ...
– Ю-у-уҡ, әхирәт, мин хәҙер юлда, машинала.
– Эш менән йөрөйһөңмө?
– Эйе, бик мөһим эш килеп сыҡты. Ғөмүмән, Асия, мин һиңә күптән әйтергә тейеш инем...
– Эй, һин ғүмер буйы деловая булдың инде! Әйтә торған һүҙҙәреңде миңә килгәс әйтерһең. Ҡасан бушайһың, нисәлә көтәйем һине?
– Асия, мин бүтәнсә һиңә килә алмайым. Аңлайһыңмы... ы-ы-ы...
– Мин хәҙер бер нәмә лә аңларлыҡ хәлдә түгел, Гөлмирә! Азат мине бөтөнләйгә ташлап китте, тием. Һинең берҙән-бер әхирәтеңдең траур! Шунан да мөһимерәк ниндәй эштең булыуы мөмкин? Йә, водителеңә әйтә һал инде, минең өй яғына боролһон!
– Ҡара әле, Асия, ниндәй траур һөйләйһең? Шатлан! Күптән ҡотолорға теләй инең бит иреңдән. Һин уны яратманың да...
– Яратмаһам да, китер тип уйламай торғайным. Минән яҡшырағын тапҡан да ҡуйған. Етмәһә, ул бисә байыраҡ, ти. Кейемдәрен алырға бергә килгәндәр, тегеһе машинала ултырып ҡалған. Шул тиклем үк шәп булғас, нишләп өйгә инмәгән, бетле баш!?
– О-о, ипләберәк. Нисек инһен, һинән ҡурҡмай...
– Ызначит, минән һәйбәтерәк түгел! Минең иргә йәбешмәһә, ер йөҙөндә ир бөткәнме?
– Азат кеүек ир бүтән юҡ ул...
– Тфү, ташҡа үлсәйем... Һин ҡайҙан беләһең? Ғүмереңдә ике тапҡыр күргән әҙәмде яҡларға? Уның менән ауыҙ асып бер һүҙ әйтешкәнеңде лә иҫләмәйем. Ә мин – һинең менән йөҙ йыл утты-һыуҙы бергә кискән кеше.
– Кешенең ниндәй икәнен бер күреүҙә үк белеп була. Уның сығып китеүендә үҙең ғәйепле.
– Һиңә нимә булған ул? Нишләп әллә ниндәй уйнаш ирҙе яҡлап маташаһың?
– Асия, тыныслан. Мин һиңә күптән әйтергә тейеш инем...
– Гөлмирә, һинең эштәрең хәҙер мине ҡыҙыҡһындырмай, ишетәһеңме, мине Азат ташлап сығып китте. Кемгә киткәнен белергә кәрәк. Һин генә ярҙам итә алаһың, әхирәткәйем, әллеү-әллеү... Эй, ошо бәйләнеште... Асия, әхирәткәйем, миңә ауыр, мин яңғыҙым яландай бер өйҙә. Әллеү-әллеү...
– Әллеү, Асия...
– Гөлмирә, тим, әллеү. Ой, Азат, нишләп һин алаһың ул, мин Гөлмирәнең номерын йыям, һал тием трубканы... Әллеү, Гөлмирә, ҡарале, һиңә шылтыратһам, Азат аласы...
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.