+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
18 Декабрь 2023, 09:30

“ҺАТЫУСЫ БУЛҒЫМ КИЛӘ!”

– Минең һатыусы булғым килә!Сәлимдең был көтөлмәгән белдереүенән, сәй эсеп ултырған атаһы сәсәп китте.– Һи-һий! Һин-шомбайҙан ниндәй һатыусы сыҡһын! – тип көлөмһөрәүгә, әсәһе асыуланып:– Гел шулай арҡыры төшәһең дә тораһың. Баланың хыял ҡанатын һындырып... Шул да булдымы холоҡ! – тине.

“ҺАТЫУСЫ  БУЛҒЫМ КИЛӘ!”“ҺАТЫУСЫ  БУЛҒЫМ КИЛӘ!”
“ҺАТЫУСЫ БУЛҒЫМ КИЛӘ!”

– Дөрөҫө шул булғас...
– Атаһы... – әсәһенең бер ҡарашынан, атаһы шым булды.
“Күрһәтермен әле мин һеҙгә шомбайҙы!” – тип Сәлим эстән генә уйланы ла, ҡуйы ҡаштарын төйөрөп, иренен ҡымтып ҡуйҙы.
– Нишләп шымдың? – Әсәһе улының арҡаһынан һөйҙө. Еңелмә, бирешмә, улым, тигәндәй, өҫтәп ҡуйҙы. – Йә, берәй һүҙ әйт.
– Әллә...
– Ана, – тип күтәреп алды атаһы, – хатта бер һүҙен дә йәлләй бит ул. Һатып алыусы, әйберең ни саҡлы тиһә, бер тиерһең дә, һумын да әйтмәй торорһоң микән?
– Әй әттәгенәһе, бына һағыҙаҡ! Бәйләнмә әле балаға! – тип әсәһе һаман улын яҡлашты.
Өләсәһе өндәшмәй генә сәй эсеп ултырҙы ла, һүҙгә ҡушылды:
– Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡәйнәм һиңә бер ыштан! Сеү... Сәлимем бәләкәй бит, 7-лә генә уҡый, уҡыу тамамлағансы, һөнәрен ҡырҡҡа әйләндерер әле. Ҡуйсы, буш менән булмағыҙ. Сәйегеҙҙең дә рәтен ебәрмәгеҙсе...
Өйҙә гел ошолай ата-әсәһе бәхәсләшергә тотонһа, өләсәһе уларҙы көйләһә, һеңлеһе Гөлиә ниндәй ҙә булһа, берәй хәбәрен ҡыҫтырып ебәрә. Әле лә һүҙгә ҡушылды.
– Нимә мине оноттоғоҙ!? Иртәгә минең тыуған көнөм.
– Ысынлап та, атаһы, ҡыҙыбыҙға берәй нәмә уйларға кәрәк.
– Мине беләһең бит, әсәһе, ваҡытым юҡ!
– Ғүмер буйы булманы инде.
– Киленкәйем, балалар мәктәптән ҡайтыуға, тәмлекәстәр менән өҫтәл әҙерләрбеҙ. Улым байрам табынына ҡайтып етһә, булды. Аҡса эшләй бит ул, аҡса... – тип улының арҡаһынан тупылдатып, “майлап” ҡуйҙы өләсәһе.
– Аҡса, аҡса беҙҙә бер моҡсай!.. – тип өләсәһенең артынан үсекләне Сәлим.
– Йә-йә, һатыусы! Үсекләшергә ярамай! – тип әсәһе улына бармаҡ янаны.
Иртәгеһен Сәлимдең атаһы эшенән иртәрәк ҡайтырға сыҡты. Магазинға туҡтап ҡыҙына ҡурсаҡ һатып алырға ла өлгөрҙө. Шул тирәлә емеш-еләк һатыусыларҙы күреп, ҡара күҙлекле, һүҙгә бик һаран бер үҫмерҙең яңы ғына бешкән ҡурай еләген алып китте. Ҡыҙы ярата шул был емеште. Ә үҙҙәренең баҡсаһында әле өлгөрмәгән буғай.
Ҡәнәғәт төҫ менән ҡайтып инеүгә, атай кешене байрам табыны көтә ине.
Йәтештән бер күнәк турғай башындай ҡып-ҡыҙыл еләктәрен ҡыҙына тотторҙо һәм ҡурсағын бирҙе.
– Тыуған көнөң менән! Һау-сәләмәт бул! И-и-ий, минең матурымды! – тип ҡыҙын ҡосаҡланы, ул арала ситтәрәк улының аҡыллы итеп хәбәр һөйләүенә һоҡланып торған өләсәһе лә сабырһыҙланып ейәнсәренә ҡотлау һүҙҙәрен теҙә башланы.
Шулай башланған ҡотлауҙар дауам итте. Әсәһенән, өләсәһенән һуң Сәлим һүҙ алды:
– Йә, һатыусыға һүҙ бирегеҙ! Иң матур һеңлемә минән бүләк! – тине һәм һеңлеһенә серле генә бер уйынсыҡ тотторҙо. – Үҙ баҡсағыҙҙа үҫкән емештәй күреп, ҡурай еләгенән дә ауыҙ итегеҙ.
Атаһы үҙенә ҡурай еләге һатҡан ҡара күҙлекле өндәшмәҫ малайҙы иҫләгәнсе, әсәһе көлөп ҡуйҙы:
– Был күнәкте, йәтеш күреп, Өфөнән алып ҡайтҡайным, баянан бирле, тағы кемдә бар икән тип баш вата инем... Әл дә биҙрәм кире ҡайтҡан!

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА.

Автор:
Читайте нас