+30 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
20 Декабрь 2023, 08:00

ЗИРӘК АПАЙЫМ

Ике туған апайым яңғыҙы йәшәй, кейәүгә барманы. Буйға бәләкәй генә, нәфис һынлы, әммә ҡурҡағыраҡ. Ике йыл элек мираҫҡа дача алды, йәй көнө шунда тора.

ЗИРӘК АПАЙЫМЗИРӘК АПАЙЫМ
ЗИРӘК АПАЙЫМ

Кисә апайымды күрергә барҙыҡ, ишек алдында бауға киптерергә 54-се үлсәмле футболка менән трусик эленгән. Ҡыуандыҡ: ниһайәт, кейәүгә сыҡҡан! Өйгә барып кергәс тә, апайымды ҡотлай башланыҡ. Баҡһа-а-аң...
– Яңғыҙым ҡурҡам, ҙур, көслө ирем бар икән тип уйлаһындар өсөн элеп ҡуйҙым, – тине ул.
Зирәк тә инде апайым!

Ф. СЫРТЛАНОВ.

Автор:
Читайте нас