+28 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
21 Декабрь 2023, 10:00

"Фотограф"

Ауылда үткән туйҙар улар бигерәк үҙенсәлекле бит инде ул, халыҡтың хәтерендә ныҡ ҡала, аҙаҡ оҙаҡ ҡына туй ҡыҙыҡтарын хәтерләп көлөшәләр, ҡайһы һүҙҙәре оҙаҡ ҡына лаҡап булып йөрөй .Әлеге хәл дә халыҡ теленән оҙаҡ ҡына төшмәне. Бер ҡыҙ күрше районға кейәүгә сыға - кейәү егете сыуаш. Интернациональ туй беҙҙең яҡтарҙа булғаны юҡ ине, шикелле, шуға тиклем.

"Фотограф""Фотограф"
"Фотограф"

Сыуаш ҡоҙалар ныҡышып, туйҙы ике яҡта ла үҙҙәренең тәртиптәре буйынса буйынса үткәрергә күндергәндәр беҙҙең башҡорт ҡоҙаларын.
Ә тәртибе шунан ғибәрәт - ике тиҫтәгә яҡын пар килә теге яҡтан, ике-өс сәғәт байрам итә лә шулай уҡ дәррәү йырлашып-бейешеп ҡайтып та китә.
Беҙҙең халыҡ ҡунаҡҡа һуңлап килергә ғәҙәтләнгән бит инде, һуң килеп, таңға хәтле йырлашырға, бейешергә, яйлап сәй мәй эсеп һөйләшеп ултырырға ла бит...
Туй көнө еткән, сәғәте минуты менән, ҡоҙалар килеп еткән, әллә ун биш әллә ун алты пар. Ойошҡан рәүештә, десант кеүек йәһәт кенә кереп ултырғандар йәштәрҙе ҡотлағандар, ике-өс сәғәт һыйланғандар, йырлашҡандар ҙа, хуш аяғын тотоп ҡайтып та киткәндәр. Беҙҙең яҡ ҡоҙаларҙың яртыһы һуңлап килгән, ҡайһы бер ҡунаҡтар куреп тә өлгөрмәгәндәр туйҙы...
Аҙна үткәс, беҙҙекеләрҙең барырға сират еткән кейәү егеттең яғына.
- Беҙ күпме килдек һеҙ ҙә шунан кәм булмаҫҡа тейеш! - тип әйтеп ҡайтып киткәндәр икән ҡоҙалар, рәхмәт төшкөрҙәре.
Башҡоҙа саҡ саҡ еткереп ҡунаҡтарҙы кәрәк һанға, сығып киткәндәр туйға. Тулмаған иҫәпте тултырырға ауыл йәштәренән өс-дүрт егетте лә алғандар, урыҫ әйтмешләй, для ровного счету.
Сыуаш ҡоҙалар әйҙүкләп ҡаршы алған, ныҡ итеп һыйлағандар. Бейешкәндәр, йырлашҡандар ҡоҙа-ҡоҙасалар, бергә фотоға төшкәндәр.
Туйға фото төшөрөргә саҡырылған фотограф һалып торғанмы, әллә ныҡ "һалып", аппаратын онотоп киткәнме, инде беҙҙең бер ауыл егетенең ҡулына эләгә бит был ҡорал. Арыу ғына "ҡунаҡ " булған был егет тотона төшөрөргә! Тегеләй ҙә шалт, былай ҙа шалт! Эй маҡтайҙар егетте:
- миңә фото бирерһең сығарғас!
- мине лә онотмаҫһың...
Хушлашыу ваҡыты ла етә, сыуаш ҡоҙалар ҡунаҡтарға бутҡа ашаталар ҙа (уларҙың йолаһы шулай икән), хуш аяғы тотороп автобусты оҙатып ҡалалар.
Автобуста арыу "һалған " бер ағай , "фотограф" егетте саҡырып ала (кеше фотоаппаратын нишләп тегендә ҡалдырмағандыр?)
- Энем, мине тағы төшөр әле?
Был кәзәләнәме, башҡа сәбәп менәнме, теге ағай тартып ала бит аппаратын. Арт яғын асып ҡараһа, фотоаппаратының пленкаһы ла булмаған икән, күрәһең, пленка бөткәс һалып торған фотограф, ә был егет шулай шалт да шолт йөрөгән туй буйы...
Ҡайтып еткәнсе "фотограф"ҡа "инструктаж" үткәргән инде ағай, "вспышка"лар күҙ алдында ялтлап торған бахыр егеттең...
Фотограф ҡушаматы ла бик оҙаҡ ҡына эйәреп йөрөнө артынан.

Фото: gas-kvas.com

"Ауылым мәҙәктәре - һеҙҙең ҡыҙыҡ хәлдәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас