Ун- ун биш аҙым алдан утыҙ-утыҙ биш йәштәр тирәһендәге ханым атлай. Бер аҙ төшөрөп алған, ерҙең тартыу көсөнә ҡаршы торорға тырыша. Айыҡ килеш тә атлауы ҡыйын, ә ул...
Беренсе мәртәбә тайып йығылды ла:
– Һай! Аҡса таптым! – тип ҡысҡырып көлә-көлә, нисек етте шулай аяғына баҫты.
Сайҡала-сайҡала ҡағынғанда тағы йығылды:
– Һай! Тағы аҡса! – Тороп баҫты, ун аҙым атланымы, юҡмы, тағы осто:
– Бысағымамы миңә был тиклем аҡса?!
Фото:интернет селтәренән.